Баҡалы районында дельтаплан ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Баҡалы районында дельтаплан ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө 02.09.2015

Фажиғәле осраҡ кисә киске ундарҙа Иҫке Ҡатай ауылы янында теркәлә. Еңел моторлы самолетта 54 йәшлек пилот менән  уның 50 йәшлек пассажиры ултырған булған.

Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылында йәшәүсе Илгиз Харисов менән Нәфис Күсемов еңел моторлы осоу аппаратында эңер төшкәс һауаға күтәрелә. Шаһиттар авария урынына тиҙ арала килеп етә. Танымаҫлыҡ хәлдә ине улар, ти ауылдаштар.
Дельтаплан менән 1963 йылғы Нәфис Күсемов идара иткән. Мәрхүмдең туғандары әйтеүенсә, ул еңел моторлы осоу аппаратын үҙе ҡорған. Һауаға күтәрелеү буйынса 20 йыллап стажы ла иҫәпләнә.
Нәфис Күсемов менән бергә һауаға күтәрелгән Илгиз Харисов та Яңы Ҡатай ауылынан. Уның тормош иптәше балалары менән аҙна элек Төркиәгә ял итергә киткән. Улар әле генә ҡайта алмай. Туғандары әйтеүенсә, туристик путевканың дүрт көндән һуң тамамланасаҡ.
Дельтапландың ҡолап төшөүенә нимә сәбәпсе булыуына аныҡ дәлилдәр юҡ. Әле Халыҡ-ара авиация комитеты белгестәре еңел моторлы самолеттың осоу сертификаты һәм теркәү таныҡлығын тикшерелә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку