Бәлә аяҡ аҫтында

Бәлә аяҡ аҫтында 11.04.2015

Өфөлә тимер юл вокзалы эргәһендәге соҡорға ҡолаған Ғәлиуллиндар ғаиләһенә  Юғары суд  ғәйепле ойошма йөҙ мең һум күләмендә компенсация түләргә тейешлеге хаҡында ҡарар сығарҙы.

Вокзал урамындағы  соҡор тирәләй бәхәс ике йылдан ашыу дауам итә.Ғәлиуллиндар ул көндө тимер юл вокзалына билет һатып алырға сыға. Оло йәштәге ханым  соҡор эсенә йығылып төшә. Уға  улы ярҙам күрһәткән арала яндарына  ашыҡҡан  килендәре лә уны-быны абайламай, бушлыҡҡа ҡолай.
Вокзалдан билет алыу урынына  һыҙланыу һәм йәрәхәттәр менән ҡайтып киткән ғаилә төрлө инстанциялар буйлап  ғәйеплене юллай башлай.  Һөҙөмтәлә Юғары суд тимер юл вокзалын төҙөкләндергән ойошмаға ғаиләгә йөҙ мең һум күләмендә компенсация түләргә тейешлеге хаҡында   ҡарар сығара.    
Соҡорҙо ҡаплап  рәшәткә һалып ҡуйғандар. Әммә  уның сите кителеп төшкән һәм ул тағы ла бәхетһеҙ осраҡҡа сәбәпсе булыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку