Бәхетһеҙ осраҡмы, әллә тейешле ҡағиҙәләр үтәлмәүеме?

Бәхетһеҙ осраҡмы, әллә тейешле ҡағиҙәләр үтәлмәүеме? 17.10.2016

Мәләүездең «Водоканал» йәмғиәте хеҙмәткәре эш ваҡытында ер аҫтында ҡала. Фажиғәлә 29 йәшлек Руслан Кантиковтың ғүмере өҙөлә. Тол ҡалған ҡатын ғәҙеллек эҙләй.

Рима Кантикова тормош иптәшенең юҡлығына һаман да ышана алмай. Йәш ғаилә киләсәккә маҡсат, уй-ниәттәр ҡуйып йәшәгән. Ҡатын иренең ер аҫтында каскаһыҙ, махсус кейемһеҙ эшләүҙәрен һөйләй. Ә «Водоканал» етәкселеге быға күҙ йомоп ҡына ҡараны, ти ул.  
«Водоканал» йәмғиәте эшселәре инструкция буйынса тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәнен Руслан Кантиковтың ҡатыны ғына түгел, шаһиттар ҙа иҫбатлай. 6 октябрҙә лә уларҙың баштарында каска булмай, хеҙмәткәрҙең  кәүҙәһен сығарғас ҡына башына каска, кәүҙәһен арҡанға эләктәреүҙәрен  күреүселәр булған.
Октябрь баштарында эшселәр тап ошо урында канализация торбаларын алмаштыра. Өс метр тәрәнлеккә төшкән эшсенең өҫтөнә ер ишелеп төшә. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала уның кәүҙәһен сығара, әммә һуң була.
Әммә «Водоканал» етәкселеге эшселәр һәр ваҡыт бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй, тип иҫбатлай. Ғәйепте бары эш менән етәкселек иткән мастерға япһаралар.
Әле Мәләүез район-ара тикшереү идаралығы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Йәмғиәт етәкселеге ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, яҡын арала компенсация түләргә әҙер. Әммә бер ниндәй аҡса ла һөйөклө ир һәм ҡәҙерле улды алыштыра алмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку