Бөгөн Учалы районындағы янғында оло йәштәге ир һәләк булды

Бөгөн Учалы районындағы янғында оло йәштәге ир һәләк булды 19.02.2016

Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Учалы-2 ауылында бүрәнә өйҙә ут сыға. Янғын тураһында хәбәр таңғы алтылар тирәһендә килә. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына ун минутта килеп етә. Ләкин 1949 йылда тыуған оло йәштәге ир ут эсендә ҡала.

Кисә Нефтекама ҡалаһында ла  төтөндән ағыуланып мәктәп уҡыусыһының ғүмере өҙөлә. Ғәҙәттән тыш хәл ҡаланың Ленин урамында теркәлә. Ут фатирҙың аш бүлмәһендә сыға. Әсәһе эшкә киткәс, 12 йәшлек ҡыҙ өйҙә ҡарауһыҙ ҡала. Фараз буйынса ғәҙәттән тыш хәлгә электр селтәрендә ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе була. Янғын һүндереүселәр фатирға ингәндә төтөнгә ағыуланған ҡыҙҙы таба. Бала дауаханаға оҙатыла. Ләкин табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. Әле осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү башлаған. Уҡыусының үлем сәбәбен асыҡлау өсөн медицина экспертизаһы уҙғарыу тәғәйенләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку