Бөгөн республиканы тетрәндергән фажиғәгә бер йыл 29.08.2015

2014 йылдың 29 авгусында көслө дауыл Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарына тура килә. Ваҡиға шаһиттары өйөрмә лә күҙәтә. Ғәрәсәт һанаулы минуттар эсендә тиҫтәләгән бинаны емерә, көслө ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын осора, ағастарҙы йыға. Дауыл ике кешенең ғүмерен өҙә. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүгә республика бюджетынан 9 миллион һумдан ашыу матди ярҙам бүленә. Аҡса йорттарҙы тергеҙеүгә, зыян күреүселерәүгә тәғәйен түләүҙәр өсөн йүнәлтелә. Емерелгән йорт-ҡуралар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелә. Эштәрҙең үтәлеүен төбәк етәксеһе шәхси контроленә ала.

Алыҫта күренгән ҙур өйөрмә халыҡты хафаға һала. Ғәрәсәттең ауяһыҙ көсөн беҙ сит ил миҫалынан яҡшы беләбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдең тәүге көнөнән үк интернет ваҡиға урынынан һәүәҫкәр видеояҙмалар менән тула. Уларҙа республиканың төньяғына ябырылған фажиғә ҡурҡынысы тулыһынса сағыла. Көслө ел биналарҙы ҡатырғанан эшләнгән кеүек емерә, йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып осора. Халыҡ аяуһыҙ тәбиғәт көсө алдында бөтөнләй яҡлауһыҙ булып сыға. Һалҡындар алдынан кешеләр ышыҡһыҙ тороп ҡала.
Яңауылда йәшәгән Нәсибуллиндар ғаиләһе  29 августы ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына хәтерләй.  Көслө дауыл күҙ асып йомған арала йорттоң ҡыйығын алып ырғыта, өй эсендәге бар йыһазды селпәрәмә килтерә.  Тап ошо көндә  Нәсибуллиндарҙың өсөнсө ейәндәре донъяға килгән була,  әммә ике сабыйыбыҙ теге донъяға китә яҙҙы, мөғжизә менән генә тере ҡалдыҡ, ти ғаилә ағзалары.
Һуңғы 10 йыл эсендә Башҡортостанда был иң көслө дауылдарҙың береһе. Белгестәр дауылды  2-се дәрәжә ҡатмарлыҡтағы торнадо тип атаны. Ғәрәсәт 500гә яҡын шәхси йорт, тиҫтәләгән социаль объектҡа зыян килтерә. Бынан тыш 26 ауыл утһыҙ ҡала. Дауылдан зыян күргән ауылдарҙы тергеҙеүҙә бөтә республика халҡы ҡатнаша. Берҙәм эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй. Бөгөн көслө ғәрәсәт кисергән ғаиләләр яңы йорттарҙа йәшәй.
Бөгөн Краснокама районында булған дауыл тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй тиерлек. Ҡарый ауылында мәҫәлән 94 яңы йорт төҙөлгән. Зыян күргән социаль объекттар ҙа тулыһынса төҙөкләндерелгән. Ауыр хәлдә ҡалған замандаштарыбыҙға тотош республика халҡы ярҙам ҡулын һуҙҙы. Берәүҙәр төҙөлөш материалдары ебәрһә, икенселәре йылы кейем, көндәлек кәрәк-яраҡтар оҙатты, аҡсалата ярҙам күрһәтте. Тәбиғәт ҡуйған һынауҙы халыҡ лайыҡлы күтәрҙе. Көс берҙәмлектә булыуын республика халҡы  тағы ла бер иҫбатланы.
Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика