Бөгөн - Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәткәрҙәре көнө

Бөгөн - Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәткәрҙәре көнө 11.03.2016

2003 йылда  барлыҡҡа килгән идаралыҡ тилерткес матдәләргә ҡаршы көрәштә ҙур эш атҡара.

13 йыл эсендә Республикала наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль идаралығы ярҙамында тилерткес матдәләрҙе таратыусылар менән бәйле 25 мең енәйәт эше асылған. 9 миллиард һумлыҡ өс тонна нәшә тартып алынып юҡҡа сығарылған. Республикала наркотик матдәләрҙе сит илдәрҙән килтереү менән көрәшеүгә айырым иғтибар бирелә. 2009 йылда был өлкәлә полиция хеҙмәткәрҙәре контрабанда ысулы менән Ирандан Башҡортостанға 143 килограмм нәшә индереүсе ирҙе ҡулға ала. Тилерткес матдәләрҙе ул картуф тейәлгән йөк машинаһына йәшереп Рәсәйгә индерә. Бынан тыш, 2009 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара енәйәтсел төркөмдө фашлай. Уның ойоштороусыһы шәхси эшҡыуар Сергей Михайлов 15 йылға иркенән мәхрүм ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку