Бөгөн М-5 трассаһының Һамар өлкәһенә ҡараған өлөшөндә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Бөгөн М-5 трассаһының Һамар өлкәһенә ҡараған өлөшөндә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 20.08.2015

Аварияға «Өфө-Тольятти» маршруты буйынса китеп барыусы «НефАЗ» пассажирҙар автобусы тарыны.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның водителе руль артында йоҡлап киткән. Һөҙөмтәлә автобус бер яҡ ҡабырғаһына ҡолай. Фажиғәлә 15 кеше зыян күргән, шул иҫәптән биш йәшлек бала. Бәләгә тарыусылар шунда уҡ  Сергеевка үҙәк дауаханаһына оҙатылған.  Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Ваҡиға урынында әле тикшереү эштәре алып барыла.
Тағы ла бер юл фажиғәһе Яңауыл ҡалаһында теркәлде. Киске сәғәттәрҙә  еңел автомобиль водителе дистанция һаҡламай йәшелсә һәм емеш-еләк тейәгән «Газел»гә бәрелә. Артабан ул электр бағанаһына һуғыла.  
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «седан»да ултырған ҡыҙ ғәҙәттән тыш хәл урынында уҡ һәләк була. Тикшереү һөҙөмтәләре «Рено» водителенең эскән килеш руль артына ултырыуын күрһәткән. Ике водителгә лә медицина ярҙамы талап ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку