Бөгөн көндөҙ Федоровка районының Гавриловка ауылында көслө буран торлаҡ йорттоң ҡыйығын ҡутарып ташлай

Бөгөн көндөҙ Федоровка районының Гавриловка ауылында көслө буран торлаҡ йорттоң ҡыйығын ҡутарып ташлай 22.01.2018

Дежур часҡа был турала 3 тула 20 минутта хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар төркөмө һәм район хакимиәте вәкилдәре юллана. Асыҡланыуынса, ғәҙәттән тыш хәлдә ике хужаға иҫәпләнгән бер ҡатлы кирбес торлаҡ зыян күрә.

140 квадрат метр майҙанды биләгән йортта биш кеше, шул иҫәптән бер бала йәшәй. Бәхеткә, зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Йортта йәшәүселәр эвакуациянан баш тартҡан. Әлеге ваҡытта тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар күрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республика буйынса көслө буран сығыу ихтималлығы һаҡлана. Быға бәйле, электр сымдары линияһы, ағастар, насар беркетелгән ҡоролмалар, реклама алтаҡталары эргәһенә яҡын бармаҫҡа кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку