Бөгөн көндөҙ Дыуан районында сыҡҡан янғында 6 йорт тулыһынса янып юҡҡа сыҡты

Бөгөн көндөҙ Дыуан районында сыҡҡан янғында 6 йорт тулыһынса янып юҡҡа сыҡты 03.05.2017

Ғәҙәттән тыш хәл Салғыя ауылында теркәлде. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, ут иртәнге сәғәт 11 тула 15 минуттар тирәһендә башлана. Ваҡиға урына тиҫтәләп берәмек махсус техника килә. Әммә 6 өйҙө ҡотҡарып ҡалып булмай.

Салғыя ауылында янғын бөгөн сәғәт ун икелә башланған. Ауылдың Октябрь урамындағы йортта тоҡанған ут көслө ел арҡаһында күрше йорттарға ла ҡабына. Һанаулы ғына минуттар эсендә ҡыҙыл әтәс алты йортто ялмап ала.
Фажиғә урынына райондың янғын һүндереү хеҙмәтенән туғыҙ берәмек техника һәм ун биш янғын һүндереүсе килә.  Ҡотҡарыусылар урында өс сһғәттән ашыу эшләй,эҙемтәләрен бөтөрөү әлегә тиклем дауам итә.Төндә дежур итеү ойошторолған. Утты һүндереүеүгә ауыл халҡы үҙе лә бар көсөн һала,күрше ауылдар һәм эргәләге Мәсетле районынан да ярҙ ам итә.Йорттар бөтәһе лә ағастан һалынған булған,уларҙан көл-күмер генә ҡалған.Шулай уҡ һарайҙар,мунсалар янып бөткән.
Фажиғә һөҙөмтәһендә 15 кеше,шул иҫәптән 4 бала урамда тороп ҡалған.Һәл бул юҡ Докуме  Ҡаза күреүселәргә рн хае ятаҡханала ваҡытлыса йәшәү урыны бүлгән.Әлегә бөтә ғаиләләр ҙә туғандарында урынлашҡан.
Райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге ғаиләләргә йылы кейемдәр менән ярҙам итә,шулай уҡ һәр йорт хужаһына ун мең һум аҡса биреләсәк.Урында психологтар эшләгән.Янғында зыян күреүселәргә һәр кем ярҙам итә ала.Ҡазаға тарыусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтеү өсөн махсус иҫәп асылған. Уны экранда күрәһегеҙ.Янғын сәбәптәре әле асыҡланмаған.
Иртән генә бер урам булып ултырған йорт-ҡуралар урынында көл-күмер генә ҡалған.Ошондай ҙур ҡазаларға юл ҡуймау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.Сөнки уттан ҡалмай.

БАНКТАҒЫ ИҪӘП: 40703810501260590035. БЕЛЕШМӘ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: (34798) 3-31-33

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку