Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Туҡаев урамындағы бер ҡатлы йортта сыҡҡан янғында 12 кешенең - ике ҡатын һәм ун ирҙең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Туҡаев урамындағы бер ҡатлы йортта сыҡҡан янғында 12 кешенең - ике ҡатын һәм ун ирҙең ғүмере өҙөлдө 15.03.2016

Ғәҙәттән тыш хәл тураһында дежур часҡа таңғы алтынсы киткәндә хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына 19 берәмек техника, 52 ҡотҡарыусы ебәрелә. Сәғәт һигеҙгә ҡарай янғын һүндерелә. Ҡотҡарыусылар йорт эсендә ун ике кешенең кәүҙәһен таба. Әлеге мәлдә мәрхүмдәрҙең шәхестәре, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Янғын бөгөн төнгө биштә бер ҡатлы йортта сыҡҡан. Әле ваҡиға урынына береһен дә индермәйҙәр. Тәфтишселәр тикшереү эштәре алып бара һәм мәйеттәрҙең шәхесе асыҡлау менән мәжғүл. Ҡотҡарыусылар йорт эсендә 12 кешенең үле кәүҙәһен тапҡан. Күҙалланыу буйынса, улар һөрөмдән тонсоғоп үлгән, тәндәрендә бер ниндәй ҙә йәрәхәттәр юҡ Был иҫке генә бинала наркомания һәм алкоголизмдан яфаланыусылар өсөн реабилитация үҙәге ойошторолған булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку