Бөгөн иртән Иглин районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде

Бөгөн иртән Иглин районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде 07.12.2016

М-5 федераль трассаһының 1541-се километрында Силәбе яғынан килгән «Форд» автомобиле ҡаршы юлдағы йөк машинаһына бәрелә. Беҙҙең редакцияның вацап-мессенджерына килгән фотоларҙан күренеүенсә, көслө бәрелештән йәнселгән еңел автомобиль  юл ситенә сығып осҡан. Хәбәр ителеүенсә,  уның водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Һут тейәгән йөк машинаһы Һамар өлкәһенеке.

Уҙған төн Өфө районы Булгаков ауылы янында өс транспорт сараһы бәрелеште. Фажиғә урынында бер кеше һәләк булған, дауаханала йәнә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 16 ауыр авария теркәлгән, ике тиҫтәнән ашыу кеше йәрәхәт алған. Шулай уҡ 3 меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 54 иҫерек водитель тотолған. Көн дауамында республиканың ҡайһы бер таулы төбәктәрендә тығындар күҙәтелде.    
Аварияларҙың артыуын иҫәпкә алып юл-паруль хеҙмәте инспекторҙары водителдәрҙе айырыуса һаҡ булырға, йәйәүлеләрҙе  яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар тағып йөрөргә саҡыра. Бөгөн төндә һауа температураһы 15-20, урыны менән 30 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Иртәгә көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, елдең секундына 14 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку