Бөгөн иртән Өфөлә йәшәүселәр Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы Һаҡлыҡ банкы эргәһендә күп һанлы ашығыс ярҙам машиналары, полиция һәм милли гвардия хеҙмәткәрҙәрен күреп ҡурҡыуға ҡалды 08.04.2017

Һуңынан асыҡланыуынса, иғтибарлы кешеләрҙең береһе тейешле органдарға банкоматтар эргәһендә  сәйер пакет ятыуы тураһында хәбәр иткән. Банкты шунда уҡ ябырға ҡарар ителгән, ә уның клиенттары менән персонал эвакуацияланған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тикшереү барышында онотоп ҡалдырылған пакетта аяҡ кейеме ятыуы асыҡланған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, кешеләргә хәүефләнергә урын юҡ, хоҡуҡ һағында тороусыларҙы саҡыртыусының шәхесе билдәле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика