Бөгөн иртән Өфөлә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә «Ауди», «Лифан», «Сузики» һәм «Опель» автомобилдәре бәрелеште

Бөгөн иртән Өфөлә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә «Ауди», «Лифан», «Сузики» һәм «Опель» автомобилдәре бәрелеште 26.06.2015

Ҡот осҡос аварияла Ҡытайҙа сыҡҡан транспорт сараһы ныҡ ҡына  зыян күрҙе.  Тикшереү һөҙөмтәләре Германия кроссоверы водителенең иҫерек булыуын күрһәтте. Тағы ла уның юғары тиҙлектә ҡаршы һыҙатҡа килеп сығыуы билдәле.

Байрам тантанаһы урынына ҡайғылы хәбәр. Йома көн Корноуховтарҙың туғандары ҡустыларын Ҡыҙыл диплом алыуы менән ҡотларға тейеш булған.  Иртән Екатерина  ғәҙәттәгесә «Лифан» автомобилендә тормош иптәшен эшкә алып бара. Һуңынан инде ҡыҙы менән  байрамға әҙерләнеү өсөн ҡайтырға сыға. Әммә Баҡалы урамында  уларҙың өҫтөнә ҡаршыға килеүсе «Ауди Q7» автомобиле килеп менә. Ҡот осҡос авария фажиғәле тамамлана.
Бындай фажиғәлә седан салонында кемдеңдер иҫән ҡалыуына хатта  ышанып та булмай. Сөнки Германия кроссоверы Ҡытай машинаһын тулыһынса селпәрә килтерә. Шуға ҡармаҫтан Корноуховтарҙың 8 йәшлек ҡыҙына үлем әжәленән ҡотолорға насип була.   Әммә ул ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Бынан тыш, аварияла тағы ла ике автомобиль зыян күрә. Уларҙың кешеләре еңелсә ҡурҡыу менән генә ҡотола.  Тикшереү һөҙөмтәләре юл ҡағиҙәһен боҙған 37 йәшлек Ауди водителенең эскән булыуын күрһәтә. Асыҡланыуынса, ул быға тиклем дә  тиҙлекте арттырып йөрөргә яратҡан. Күрәһең, күп һанлы штрафтар уға бер нисек тә һабаҡ була алмаған.
Ҡанында яҡынса ярты шешә спиртлы эсемлек табылған водитель зыян күрмәй, уның ғүмерен салондағы хәүефһеҙлек мендәре ҡотҡарып ҡала.  Ә бына эргәһендәге пассажир дауаханаға эләгә. Корноуховтарҙың ҡыҙы Полинаға иһә бөгөн операция яһағандар. Табиптар уның талағын киҫеп алғандар.
Ҡыҙҙың оләсәһе әйтеүенсә, Полина әлегә әсәһенең һәләк булыуы тураһында белмәй. Туғандары уға был турала әйтергә лә ҡыймай.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку