Бөгөн иртән Өфөләге йәшелсә базаларының береһендә газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә бер кеше зыян күрҙе

Бөгөн иртән Өфөләге йәшелсә базаларының береһендә газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә бер кеше зыян күрҙе 27.02.2015

Ғәҙәттән тыш хәл иртәнге туғыҙҙар тирәһендә иҫке Затон баҙары биләмәһендә теркәлә.  Әммә бер нисә сәғәттән бында газ баллоны шартлауы тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй ине.  Башлыса, Урта Азиянан килгән эшселәр  бер тауыштан ваҡиға тураһында ишетмәүҙәрен белдерә.  Әлбиттә, был аңлашыла, сөнки уларҙың хужаһы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнешкә инергә ашыҡмай.

Тикшереүҙәр барышында баҙар биләмәһендәге бинала 10 литрлы баллондан газ сығыуы асыҡлана. Ошо сәбәпле газ-һауа ҡатнашмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн иртән хеҙмәткәрҙәр бинаны йылытҡан  мәлдә шартлау яңғырай.  Ҡулдары һәм бите бешкән эшсе ҡаланың 18-се дауаханаһына оҙатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку