Бөгөн иртән Дәүләкән районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә өс кеше һәләк булған

Бөгөн иртән Дәүләкән районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә өс кеше һәләк булған 04.12.2017

«Өфө-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә» юлында  «Лада Гранта» автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтып юлдан ситкә сығып оса. Руль артындағы Раевка ауылында йәшәүсе 41 йәшлек водитель иҫән, ауыр йәрәхәттәр алған,  уның ике  пассажиры авария урынында, өсөнсөһө дауаханала һәләк булған.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында бөтәһе ете юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Яуым-төшөм көсәйеүе сәбәпле,  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә иғтибарлы булырға,  алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку