Бөгөн иртән Бөрө трактында «Газель» автомобиле әйләнгән

Бөгөн иртән Бөрө трактында «Газель» автомобиле әйләнгән 25.04.2016

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән Благовещенға китеп барыусы микроавтобус водителе идара итеү һәләтен юғалтып юлдан төшөп китә. Шунлыҡтан ул бер яҡ ситенә ауа. Аварияла зыян күргән 4 кешегә медицина ярҙамы талап ителә. Был ваҡытта салонда 10 пассажир була.

Стәрлетамаҡта теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә лә 4 кеше зыян күрҙе. Йәкшәмбе киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә ҡаланың Вокзал урамында «Vortex» һәм «Changan» автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 4 кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Әлегә иҫбатланмаған мәғлүмәттәр буйынса, автомобилдәрҙең тәүгеһе сәғәтенә 150 километр тиҙлек менән барған, бынан тыш,  ғәйепле водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы  ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку