Бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә төшкән тауҙа теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә тиҫтәләп автомобиль зыян күрҙе 27.03.2017

Аварияға йөк машинаһының тормоз системаһы сафтан сығыуы сәбәпсе булған.

Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, еңел автомобилдәр светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтай. Улар артынан Ҡытайҙа сыҡҡан йөк транспорты ла торорға маташа. Әммә тормозы эшлектән сығып, тиҙлек алған транспорт бер нисә автомобилде бәреп аҫҡа елә. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Чакман водителе Баязит Бикбай урамы тапҡырында көскә туҡтауға өлгәшә. Әлеге ваҡытта күрелгән зыян күләме иҫәпләнә.  
Ошондай уҡ авария Өфөнөң Карл Маркс һәм Вокзал урамдары киҫелешендә лә теркәлде. Чакман автомобиле ҡойманы бәреп, тимер юл вокзалы биләмәһенә барып инә. Ике пассажир кабинала бикле ҡала. Ҡотҡарыусылар уларҙы сығарып дауаханаға оҙата. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәрҙең береһе реанимацила, икенсеһе уртаса дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.  
Өфөлә пассажирҙар автобусы янған. Ваҡиға бөгөн иртән, халыҡ эшкә барған ваҡытҡа тура килә. ПАЗ автобусы вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе ташыған була. Шаһиттар әйтеүенсә, ут китеп барған килеш сыға. Янғын двигателдән сыға, халыҡ төшөп өлгөрә. Автобус салонының алғы өлөшө, шулай уҡ водитель кабинаһы зыян күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика