Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә балалар ултырған автобус «Ауди» маркалы еңел автомобиль менән бәрелеште

Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә балалар ултырған автобус «Ауди» маркалы еңел автомобиль менән бәрелеште 16.09.2015

Фажиғә урынына бөтә ҡотҡарыусылар хеҙмәте лә ваҡытында килеп етте. Таллин урамы буйлап барғанда автомобиль тиҙлеген арттырған.  Бер бала һәм  машина водителе  йәрәхәтләнгән.  Бәхеткә, был Граждандар оборонаһы идаралығы үткәргән уҡыуҙарҙа уйлап сығарылған ваҡиға.  

Авария урынында ҡотҡарыусылар бригадаһы,  янғын һүндереүселәр,  юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре, ашығыс медицина  ярҙамы эшләне. Йыл һайын ойошторолған уҡыуҙар ваҡытында ҡотҡарыусыларҙың нисә минутта килеп етә алыуы, дөрөҫ итеп беренсе медицина ярҙамы күрһәтә алыуы тикшерелә.  Бөгөнгө һынауҙа билдәләнеүенсә, ҡотҡарыусылар ҡуйылған бурысты ваҡытында башҡарып сыҡты. Тик бер генә етешһеҙлек бар. Ул фажиғә урынында эшләүселәргә берҙәмлек етмәй тип билдәләнде. Уҡыуҙар ошондай етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм уларҙы бөтөрөү өсөн ойошторола ла инде. Йыл һайын бындай саралар айлығы иғлан ителә. Быйыл ул 4 сентябрҙән ай аҙағына тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку