Бөгөн Армауыр урамында машина шартлауға бәйле, тәфтиш комитеты үлтереүгә маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан

Бөгөн Армауыр урамында машина шартлауға бәйле, тәфтиш комитеты үлтереүгә маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан 28.08.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көндөҙгө беренсе яртылар тирәһендә Армауыр урамынан хәрәкәт иткән «Киа Спектра» автомобилендә шартлау яңғырағайны. Ғәҙәттән тыш хәлдә транспортта ултырған ир зыян күргән. Шаһиттар әйтеүенсә, шартлау һөҙөмтәһендә уның аяҡтары өҙөлгән. Зыян күреүсе ашығыс ярҙам машинаһы менән дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса машина газ яғыулығында йөрөмәгән. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен тикшереү дауам итә.

Анатолий Петров, ваҡиға шаһиты: «Тауыш ишетелеү менән ярҙамға ашыҡтым. Тәү ҡарашҡа газ баллоны шартлағанға оҡшаған ине. Һуңынан шартлау водитель креслоһы аҫтында булыуы асыҡланды. Сөнки рулдә ултырған ирҙең аяҡ табандары өҙөлгәйне. Үлтерергә маташыу булғандыр, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку