Бөгөн ҡалалағы бер-нисә сауҙа селтәренән йөҙҙәрсә кеше эвакуацияланды

Бөгөн ҡалалағы бер-нисә сауҙа селтәренән йөҙҙәрсә кеше эвакуацияланды 11.09.2017

Тревога «Планета», «Мега», «Ҡунаҡһарай» комлексы һәм «Сипайлово» күңел асыу һәм сауҙа үҙәктәрендә иғлан ителде. Объекттарҙы полиция һаҡ аҫтына алды, тиҙ ярҙам машиналары һәм башҡа хеҙмәттәр килде.

Айгөл Шәмсуллина: «Беҙ әхирәттәрем менән йөрөй инек, ваҡытлыса «Ҡунаҡһарай»ҙан сығып торорға  кәрәклеге хаҡында хәбәр иттеләр».
Артур Мөсабиров: «Һаҡсы килеп сауҙа үҙәгендә теракт хәүефе барлығы тураһында иҫкәртте, ҡурҡыу тойғоһо булманы, ишектәр асыҡ ине, халыҡ урамға ағылды».  
Шулай уҡ бөгөн иртән Башҡорт дәүләт университетында ла эвакуация ойошторолдо. Видеоны беҙгә ваҡиға шаһиттары ебәргән.  Тревогалар уҡыу рәүешендә иғлан ителеүе асыҡланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы инструктаж үткәргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку