Ҡаза тартҡан урын

Ҡаза тартҡан урын 24.01.2017

Йыл башынан Бишбүләк-Приют юлында өс үлемесле авария теркәлгән. Уларҙың береһендә  «Nissan Жук» маркалы автомобиль водителе - утыҙ йәшлек ҡатын идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә, ГАЗ йөк машинаһы менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһында водителдең һәм уның ике йәшлек улының ғүмере өҙөлә, артҡы креслола ултырған дүрт айлыҡ йөклө ҡатын йәрәхәтләнә. Һәләкәт буйынса тикшереү эше бара. Ә Бишбүләк районында йәшәүселәр хәҙер авария булған юлды ҡурҡыныс урын тип сәйерһенә. Ысынлап та, шулаймы, әллә был осраҡлыҡмы?

Ғәлиә менән Марс Зариповтар бер көндә ҡәҙерле ҡыҙҙарын, ике йәшлек ейәндәрен юғалта. Ата-әсәнең илауҙан хәҙер күҙ йәштәре лә ҡалмаған.  Бер аҙна элек кенә Венера Дьяконоваға утыҙ йәш тула. Ҡышҡы каникулда ғаилә Өфөнән Туҡһанбай ауылына ата-әсәһенә ялға ҡайта. Улының температураһы күтәрелгәс, әсә дауаханаға юллана. Ҡыҙғанысҡа, был юл һуңғыһы була.
Был фотолар ваҡиға урынынан төшөрөлгән. Кроссовер автомобилдән тимер өйөмдәре генә ҡалған. Машинаның артҡы  креслоһында Венераның бер туған һеңлеһе - Лена ултырған. Ҡурҡыныс аварияла ул төрлө тән йәрәхәттәре ала, ҡарынындағы дүрт айлыҡ тыуып өлгөрмәгән сабыйын юғалта. Бөгөн Ленаның һаулығы өсөн табиптар көрәшә. Ә өйҙә уның һауығып сығыуын ата-әсәһе, апаһы, тормош иптәше һәм улы көтә.
Зариповтарҙың иң өлкән ҡыҙҙары Гөлназ Миһранова өс йыл төшөрөлгән был фотоға тыныс ҡына ҡарай алмай. Ул да өс бер туған - өс таған инек, тип күҙ йәштәренә быуыла.
Һәләкәткә кем ғәйепле? Юлдарҙың насар торошта булыуымы, иғтибарһыҙлыҡмы, әллә башҡа сәбәпме? Сөнки күптән түгел ошо уҡ урында утыҙ йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә, ул «Газель» автомобиленә бәрелә. 20 ғинуарҙа был юлда тағы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Бишбүләк районынан 82 йәшлек водитель фура менән төкөшә. Юлда машиналар ағымы әллә ни көслө түгел, тик ни өсөн тап ошо юлда йыл башынан дүрт кеше һәләк булған?
Динар Ғилметдинов, Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Юл-транспорт ваҡиғаһы юлдарҙың насар торошона бәйле. Юлдағы йырынтынан ҡыҙ ҡаршы һыҙатҡа сығып оса. Беҙ юл хеҙмәткәрҙәренә был урынды таҙартырға бойороҡ бирҙек, әммә ул яуапһыҙ ҡалды. Хәҙер ваҡиға буйынса яуаплы органдар, эске эштәр министрлығы тикшереү алып бара».
Ә былтыр Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында «Камаз» водителе ике ҡыҙҙы төкөп киткәйне. Йәйәүлеләр сыға торған юлдан мәктәпкә китеп барған өсөнсө синыф уҡыусыһы ваҡиға урынында һәләк була.
Был күңелһеҙ хәлдән һуң урындағы етәкселек юл ситенә билдәләр ҡуйып сыға, тиҙҙән бында светофор эшләй башлаясаҡ. Ә Бишбүләк юлы ипкә килтерелһен өсөн тағы ла күпме үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлергә тейеш?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку