Айыу һөжүм иткәндән һуң иҫән ҡалған

Айыу һөжүм иткәндән һуң иҫән ҡалған 28.04.2016

Ошо көндәрҙә Яңауыл районы Cәңгекүл ауылында йәшәүсе Кәримхан Кәлимуллин айыу ҡорбаны була яҙҙы. Элегерәк был төбәктәрҙә тайыштабандарға осраусылар теркәлгәне юҡ ине.

Һөйөнөскә, урман гиҙергә сыҡҡан Кәримхан Кәлимуллин өсөн был осрашыу еңелсә йәрәхәттәр менән генә тамамлана. Айыу уҙамандың битендә яра һәм тырнаҡ эҙҙәре ҡалдыра.
Кәримхан Кәлимуллин, Сәңгекүл ауылында йәшәүсе: «Әкрен генә урман буйлап китеп барһам, көтмәгәндә, ҡаршыма айыу килеп сыҡты. Һуңынан ике аяғына тороп тәпәйе менән башыма һуҡты. Мин ҡоланым. Ҡурҡышымдан ҡулыма ағас таяҡ алып ныҡ итеп ҡысҡырып, айыуҙың үҙенә тондорҙом. Ул урманға табан йүгерҙе».
Инә айыуҙың көтмәгәндә кешегә ташланыуын һунарсылар һаҡланыу инстинкты тип аңлата. Әлеге ваҡытта Кәримхан Кәлимуллин район дауаханаһының хирургия бүлегендә дауалана. Уның яралары алты урындан тегелгән, тейешле прививкалар эшләнелгән. Яңауыл табиптары тәжрибәһендә был тәүге осраҡ.
Азамат Мәҙйәров, Яңауыл район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире: «Әлеге ваҡытта ауырыуҙың хәле яҡшыра. Ул  тиҙерәк өйөнә ҡайтырға ашҡына. Бер-нисә көндән тейешле уколдарҙы эшләгәндән һуң  ҡайтарасаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика