Ай күрҙе, ҡояш алды

Ай күрҙе, ҡояш алды 15.04.2017

Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһында йәшәүселәр шаршамбы шаулап килгән һыуҙы шулай тип хәтерләй. Көндәр ҡапыл йылытыу сәбәпле, ҡар һыуҙары урында йәшәүселәрҙең йорт-ҡураһын баҫа

Люция Әбделмән ҡыҙы һыу килеүен һиҙеп, кәртәнән бер айлыҡ быҙауҙарын, кәзә-һарыҡтарын ҡотҡарып ҡала. Рәхмәтовтарҙың һыуҙан ҡош-ҡорто зыян күрә. Быйылғы һыу эҙемтәләренән һарайға капиталь ремонт кәрәк буласаҡ ти улар.
Урындағы халыҡ һыу килеүен тыныс ҡабул иткән. Һәр яҙ ҡабатлана торған хәл, ти улар.  Тик быйылғыһынан хәүефләнеп тә өлгөргәндәр, һыу кимәле күтәрелгән кеүек ҡапыл, түбәнәйгән.
Ҡар һыуҙарынан ике урамды тоташтырған күперҙең яҡтары ла йыуылған. Шаршамбы көнө ауылда Беларусь бигерәк тә иң кәрәкле һәм алыштырғыһыҙ техника булған. Солтан Мәмбәтов бындай хәлдәргә һәр йыл әҙер тороуҙарын билдәләй.
Ауыл хакимиәте башлығы зыян күреүселәрҙең күп түгеллеген билдәләй. Мөрәжәғәт итеүселәргә Ремонт эштәре өсөн төҙөлөш материалдары менән ярҙам итергә әҙербеҙ, тине ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку