Автомобиль ҡыуып алып китеүселәр төркөмө ҡулға алынды

Автомобиль ҡыуып алып китеүселәр төркөмө ҡулға алынды 02.08.2014

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәре күрше төбәктә  республикала  урланған машинаның урынын асыҡлап ҡына ҡалманы, халыҡ-ара енәйәтсел төркөмдөң дә эҙенә төштө. Уларҙың төрлө сигнализацияларҙы эштән сығарыуға һәләтле ҡеүәтле  электрон ҡорамалдар менән файҙаланыуы асыҡланған.

«Тойота» маркалы джип 15 майҙа Өфөнән ҡыуып алып кителә. Сигнализацияға ҡуйылған автомобиль йорт ихатаһынан ер йотҡандай юҡ була. Әммә тәртип һаҡсылары уның эҙенә сыға. Ҡиммәтле сит ил автомобиле күрше Свердловск өлкәһендә табыла . Урланған автомобилгә Ҡаҙағстан номерҙары тағылған булып сыға. Тәфтишселәр Екатеринбург ихаталарының береһендә бурҙарҙы ҡамауға ала. Оператив хеҙмәткәрҙәр ҡулына Тажикстан, Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан граждандары эләгә. Тентеү барышында  уларҙан төрлө сигнализацияларҙы эшлектән сығарыуға һәләтле электрон ҡоролмалар тартып алына. Бынан тыш,  урланған автомобилдәр өсөн әҙерләнгән ялған документтар табыла. Оператив хәҙмәткәрҙәр фекеренсә, был ҡағыҙҙарға таянып улар Ҡаҙағстан -Рәсәй сиген үтергә йыйынған.
Тимур Нәзиров, Башҡортостан буйынса ЭЭМ-ның енәйәти эҙәрлекләү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Тикшереү барышында артабан  ҡулға алыныусыларҙың  8 июлдә Төмән ҡалаһынан «Тойота Хайлэндер» автомобиленә айыу майы һөртөүҙәре асыҡлана. Был машина ла Ектеринбург ҡалаһында табыла. 14 июлдә Пермдә урланған ошондай уҡ машинаның да яҙмышы билдәләнде. Беҙ уны Башҡортостандың Балтас районында таптыҡ. Барлыҡ автомобилдәргә лә Ҡаҙағстан номерҙары тағылған һәм ил сиген үтеү өсөн документтар әҙерләнгән».
Әле ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Төркөм ағзаларының Башҡортостандан башҡа ҡиммәтле сит ил  автомобилдәрен  урлауҙа ҡатнашыу  ихтималлығы тикшерелә.
ЭЭМ матбуғат хеҙмәте ярҙамында Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку