Ауырғазы районында банкомат бурҙары ҡулға алынды

Ауырғазы районында банкомат бурҙары ҡулға алынды 26.11.2014

Енәйәт йәй һәм октябрь айында Талбазы ауылында теркәлгән була.

Тәүҙә  ғәйепләнеүселәр тәҙрә аша район дауаханаһының фойеһына инә. Электр сымдарын ҡырҡып, ҡоролманың корпусын емерә. Улар металды ҡырҡыусы ҡайсы, бысаҡ, сөй һурғыс һәм лом ҡуллана. Ошондай уҡ икенсе осраҡ октябрҙә Талбазы ауылында йәнә теркәлә. Һуңғыһы полиция хеҙмәткәрҙәренә енәйәтселәрҙең эҙенә төшөргә ярҙам итә. Был юлы бурҙар магазиндағы  банкоматҡа төшөргә теләгән була. Ҡапыл эшләй башлаған сигнализация хәлде кисектерергә ярҙам итә.
Енәйәт урынынан бурҙар ҡасып өлгөрә. Ләкин полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү уҙғарғанда бурҙар енәйәт урынына кире килә. Артыҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ арҡаһында улар тотола. Әле енәйәтселәрҙең береһе полиция һағында, ә икәүһенә ситкә сығып китмәү тураһында күрһәтмә бирелгән. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку