Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында дауылдан зыян күреүселәргә республика ярҙам ҡулы һуҙа

Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында дауылдан зыян күреүселәргә республика ярҙам ҡулы һуҙа 07.08.2017

Уҙған ял төбәктә көслө ел 33 йотҡа зыян килтерҙе. Белгестәр иҫәпләүенсә  5 өйҙөң ҡыйығын яңыртырға, берәүһен яңынан төҙөргә тура киләсәк. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла яҡындан танышты.

Ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙ ун минут эсендә юҡҡа сыҡты ти Көйәҙебаш ауылында йәшәүселәр. Көслө ел кәртә-ҡаралтыға зыян килтергән. Йорт ҡыйыҡтарын осорған.
Башҡортостан башлығы дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән яҡындан танышты. Район етәкселегенә эштәрҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы.
Дауыл бигерәк тә алты йортҡа ҙур зыян һалған. Көслө ел уларҙың ҡыйыҡтарын осорған. Бер өйҙө тулыһынса яңыртырға тура киләсәк. Башҡортостан башлығы көслө ямғырҙарға тиклем  эштәрҙе  теүәлләргә ҡушты. Миҫал өсөн ул Салауат районындағы дауыл эҙемтәләренә лә туҡталды. Йәй башында теркәлгән тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә урындағы һөнәрселек училищеһы зыян күргәйне. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ваҡытында саралар күрелмәгәс бинаға  хәҙер капиталь ремонт талап ителә.
Көйәҙебашта ел электр сымдарын өҙгән. Һынған ағастар киҫәктәре 5 еңел автомобилгә зыян килтергән. Әммә  күптәр мөләктен  генә түгел хатта машинаһын  страховкаламаған. Башҡортостан башлығы  көтөлмәгән хәлдәрҙе даими  иҫәпкә алыу мөһим тип билдәләне.
Көйәҙебаш урта мәктәбе уҡытыусыларына каникул мәлендә лә өмәгә сығырға тура килгән. Улар белем усағы биләмәһендә ауған ағастарҙы таҙарта. Мәғариф учреждениеһына һиҙелерлек зыян килмәгән. Ауылда әле барлыҡ хеҙмәттәр ҙә дәррәү рәүештә ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку