Ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген тьәмин итеүгә республика бюджетынан аҡса бүлеү күҙаллана

Ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген тьәмин итеүгә республика бюджетынан аҡса бүлеү күҙаллана 29.04.2016

Был турала бөгөн Балтас районында республика ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының күсмә ултырышында билдәләнде.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ кисә төбәктең Ҡомъяҙы ауылындағы  ҙур янғын теркәлде. Утта  өс баланың ғүмере өҙөлдө.

Тикшереү коммитеты әле лә ваҡиға урынында эшләүен дауам итә. белгестәр янғынға тағы нимә сәбәпсе булыуын асыҡлай. Әлегә йортто көл-күмергә әйләнеүгә алты йәшлек малайҙың ут менән шаярыуы булышлыҡ иткәнлеге тикшерелә.
Артем шырпы менән был бәхетһеҙ осраҡҡа тиклем дә шаярғаны билдәле. Малай бер нисә йыл элек олатаһының йортонда ут сығара яҙған. Әммә был юлы бәлә аяманы. Береһенән-береһе бәләкәй өс сабый янғын ҡорбанына әйләнде. Балаларҙың ут менән шаярыуын һәм ғөмүмән янғын осраҡтарын иҫкәртеү өсөн төбәктә миҙгел һайын аңлатыу эштәре башҡарыла. Йыл башынан  бирле ауылға өс комиссия килеп киткән. Янғында һәләк булған балаларҙың әсәһе лә  инструктаж алыуын раҫлап ҡултамға ҡуйған. Һуңғыһы 9 март көнө. Тик, ул ғәҙәттәгесә... Битарафлыҡ арҡаһында ошондай бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә лә инде. Йыл башынан ғына республикала  утта 123 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың туғыҙы балалар. Бәхетһеҙ осраҡ башҡаса ҡабатланмаһын өсөн иҫкәртеү сараларын исем-өсөн генә түгел, ә һәр кемгә еткереү бурысын ҡуйып эшләү мөһим, тиелде комиссия ултырышында.
Владимир Горин, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Ғәҙәттә, ауыл хакимиәте башлығына иҫкәртеү сараларын уҙғарыу эше йөкмәтелгән хәлдә, ул бер аҙна эсендә ауылдарҙы урап сыға ала. Был осраҡта бары почта йәшнигенә ҡағыҙ һалыуҙан башҡа әмәл күрелмәй. Ул ҡағыҙ киҫәгендә ни яҙылғанын кем белһен дә, кем уҡыһын. Янғын хәүефһеҙлеген балаларҙан бигерәк, ололар ҙа белеп еткермәй. Шуға ла еренә еткереү башҡарыу мөһим. Янғын була ҡалғанда, тәү сиратта ни эшләүҙе һәр кем белергә бурыслы».
Әйткәндәй, тиҙҙән ирекле янғын һүндереү дружиналарын финанслау мәсьәләһе яйға һалынасаҡ. Һәр кварталда урындағы үҙ идаралыҡтарға ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн генә түгел, янғын хәүефһеҙлеге профилактикаһы өсөн дә аҡса бүлеү ҡаралған. Республика хөкүмәтендә әле был эшмәкәрлекте яйға һалыусы  документ әҙерләнә.
Бынан тыш янғын сигнализацияһы тураһында ла оноторға ярамай, ҡоролма төтөн сығыу тураһында хәбәр итә. Сигнализация күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай ҡуйыла, башҡалар уның өсөн 500 һум самаһы түләргә тейеш, сығымдар кеше ғүмере менән сағыштырғанда бер ни тормай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку