Һауа шарттарына бәйле, Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде

Һауа шарттарына бәйле, Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде 16.03.2016

Күрше  Йылайыр, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарында ҡотҡарыу хеҙмәттәре юғары әҙерлек кимәлен һаҡлай.

Кисә был яҡтарҙағы федераль, республика һәм ауыл-ара  юлдарға көрт һалыу һөҙөмтәһендә көслө тығындар барлыҡҡа килде. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн тиҫтәләп пункт ойошторолдо. Бер Хәйбулла райоында ғына ошондай пункттарға 150-нән ашыу кеше урынлаштырылған. Бынан тыш, уҙған тәүлектә эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре  ҡар тотҡононан 41 кешене, шул иҫәптән бер баланы, 20 берәмек техниканы эвакуациялаған.  Әлеге ваҡытта юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре бара.
Төбәктәрҙә һауа торошоноң насарайыуын иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Ярҙам кәрәк булған осраҡта 8 347 233 99 99 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ «Ышаныс телефоны» ла эшләй. Уның һандары 8 800 100 11 20.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку