Асҡын районында нефть үткәргесендә авария эҙемтәләре бөтөрөлә

Асҡын районында нефть үткәргесендә авария эҙемтәләре бөтөрөлә 28.07.2017

Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ  27 июлдә Табаҫҡытамаҡ  ауыл биләмәһендә  "Башнефть - Добыча" йәмғиәте эксплуатациялаған  нефть үткәргестә теркәлгән.

Күҙалланыуынса, шыйыҡса ағыуға иретеп йәбештереүҙең сифатһыҙ башҡарылыуы, йәки барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡтың сәбәпсе булыуы ихтимал. Авария һөҙөмтәһендә нефть сеймалы төбәктең һыу объекттарына, шул иҫәптән Өфө йылғаһына ҡушылған Аяҙ йылғаһына аҡҡан.  Әлеге ваҡытта авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән "Башнефть - Добыча" йәмғиәте шөғөлләнә. Йылғаларға нефть йыйыусы махсус  ҡорамалдар ҡуйылған. Бысранған майҙан һәм аҡҡан нефть күләме әлегә асыҡланмаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку