Ҡапыл яуған епшек ҡар баш ҡала халҡына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы

Ҡапыл яуған епшек ҡар баш ҡала халҡына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы 30.10.2015

Октябрь проспектының 150/ 1 йорто алдында үҫкән саған епшеҡ ҡар һырып, ауыр олондары менән парковкалағы машиналар өҫтәнә ауған.

Машиналарына олондары ауырая төшкән саған ағасы ҡолауы һәр хужаға көтәлмәгән яңылыҡ була. Кис көсәйгән епшек ҡар алты тиҫтә йыл дауамында ишек алдында тарбаҡланып үҫкән сағандың ауырлығын арттырып, төбө-тамыры менән аҡтарып ауҙара. Күрше-тирәлә йәшәүселәр төнгө сәғәт ун берҙәр тирәһендә ағас һынған тауышты ишетеп аптырауға ҡала.
Дүрт машина араһында  иң нығы Эльвира Ниғмәтованың автомобиле зыян күргән. Йәш әсә  машинаһын был урынға беренсе тапҡыр ҡалдырған булған .... Әммә  ул оҙон  ҡыш башланыр алдынан транспорт сараһыҙ тороп ҡалырмын, тип, уйына ла килтермәгән.
Эльвира Ниғмәтова, зыян күреүсе: «Ҡаланың икенсе өлөшөндә урынлашҡан балалар баҡсаһына, эшкә нисек йөрөрбөҙ, ҡыш башынан транспортһыҙ тороп ҡалдыҡ».
Тәбиғәт шарттарынан зыян күреүсе башҡа машиналарҙың хужалары ла аптырыуға ҡалған. Улар үҙ хоҡуҡтарын яҡлап полиция хеҙмәтенә ғариза тапшырған. Иң мөһиме, төбө-тамыры менән ауған ағас кешеләрҙе баҫмаған.
Ҡарт ағастың төбө-тамыры менән аҡтарылып шәхси автомобилдәр өҫтөнә ауыуында берәүҙәр торлаҡ коммуналь, икенселәр ҡаланы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү бүлеген ғәйепләй. Был урамдар 24-cе торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағында.
Сергей Лопух, Өфөнөң 24-се торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының әйҙәүсе инженеры: «Был урамдарҙағы ағас үҫентеләре өсөн ҡаланың йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү идаралығы яуап бирә. Улар экспертиза үткәреп, ҡарт һәм серегән ағастарҙы ҡырҡыуҙы ойошторорға тейеш. Был осраҡта тәбиғәт шарттары ла сәбәпсе, әммә улар иңдәрендә лә ҙур яуаплылыҡ бар».
Ни өсөн ҡаланы йәшелләнедереүсе һәм төҙөкләндереүсе хеҙмәтттәр  алтмышар йыл буйы үҫеп ултырған ҡарт ағастарҙы иҫәпкә алып, улар урынына яңыларын ултыртырға ашыҡмайҙар? Был эште тиҙләтеү өсөн мотлаҡ фажиғәле хәл теркәлеүе кәрәкме?Ваҡиға шаһиты булған халыҡ ошо һорауҙарға яуап эҙләй.
Вячеслав Дудочкин, ваҡиға шаһиты: «Был урамдағы ҡарт ағастар бына-бына һынырға тора. Уларҙы күптән киҫеп ташларға кәрәк. Был миләштең дә тиҙҙән һынып, кеше өҫтөнә ауыуы ихтимал».
Валентина Йосопова, ваҡиға шаһиты: «Мине был күренеш тетрәндерҙе. Тәҙрәнән ҡарап иҫем китте. Иртәнән бирле  кешеләр машиналарын урынынан ҡуҙғата алмай. Ҡуйы ботаҡтар транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулай».
Бөгөн тағы ла Өфөнөң Йәштәр урамындағы 7-се һанлы йорт  ихатаһында олондарына епшек ҡар һырыған ағас ауырлыҡты күтәрә алмай эргәһенә ҡуйылған автомашинаны баҫа, электр сымдары өҙөлә. Был осраҡта ҡотҡарыусылар автомобилдәрҙе ағастарға яҡын эргә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.
Үткән төн киске сәғәт ун берҙәр тирәһендә Октябрь проспекты 150/1 йорто ихатаһында үҫеп ултырған саған олондары ауырлығын күтәрә алмайынса парковкалаға машиналар өҫтөнә ауа. Был тирәлә ҡарт ағастарҙың йығылыуы тәүгеһе түгел. Һөйөнөскә, үлем осраҡтары юҡ. Был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку