Алты йәшлек ҡыҙҙың башына ҡар киҫәге ишелеп төшкән

Алты йәшлек ҡыҙҙың башына ҡар киҫәге ишелеп төшкән 14.03.2016

Ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлә. Республика  Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сабый әсәһе менән Суворов урамындағы күп ҡатлы  йорт ихатаһында була. Тап ошо мәлдә ҡыйыҡтан уның өҫтөнә боҙ төшә. Күкрәк һөйәктәре йәрәхәтләнгән бала дауаханаға урынлаштырыла. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү барышында ваҡиғаға мөнәсәбәте булыусы шәхестәр асыҡлана. Йортто «БашЖилИндустрия» Плюс ойошмаһы хеҙмәтләндереүе билдәле.  

Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Әлеге ваҡытта бала дауаханала. Тәфтишселәр ваҡиға шарттарын асыҡлай. Улар шулай уҡ был енәйәткә мөнәсәбәте булған кешеләрҙе, шул иҫәптән йортто хеҙмәтләндергән йәмғиәт вәкилдәрен билдәләй».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта был хәл тәүгә теркәлмәй. Бынан өс көн элек ошондай уҡ шарттарҙа өс йәшлек бала саҡ иҫән ҡалды. Сабый өләсәһе менән биш ҡатлы йорт подъезынан сығып барғанда уның өҫтөнә ҡарлы боҙ киҫәге төшә. Баш мейеһе ҡаты йәрәхәтләнгән сабый реанимация бүлегенә урынлаштырылды, уға бер нисә операция яһалды. Элеватор урамындағы йорт Торлаҡ хужалығы фондына ҡарай.  
Тимур Кузнецов, зыян күреүсе баланың олатаһы: «Ҡатыным менән бала йорттан сыҡҡанда подъезд алдынан машина үтеп китә. Тауышҡа әйләнеп ҡараған ҡатыным тәүҙә баланы күрмәй, һуғынан уны ҡар күмеүен аңлап ҡала. Ҡатыныма был хәл бик ауыр тәьҫир итте, ул әле булһа депрессияла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку