Ҡала урамдары боҙ менән ҡапланыу сәбәпле, был аҙнала Өфөнөң травматология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр ике тапҡырға артҡан

Ҡала урамдары боҙ менән ҡапланыу сәбәпле, был аҙнала Өфөнөң травматология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр ике тапҡырға артҡан 21.01.2015

Дауаханаларға йөҙҙәрсә кеше ярҙам һорап килгән. Улар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар. Табиптар билдәләүенсә, хатта, Яңы йыл байрамдарында ла был тиклем аяҡ-ҡулдарын һындырыусылар  булмаған.

Азамат Мирзаев  аҙна самаһы инде үҙенә урын таба алмай. Уның 8 йәшлек улының өҫтөнә йорт ҡыйығынан ҡар төшкән. Һөҙөмтәлә баланың баш мейеһе һелкенгән, ике умыртҡа һөйәге һынған. Ир бәхетһеҙ осраҡта коммуналь хеҙмәттәрҙе ғәйепләй. Баҡтиһәң, улар был көндө йорт башындағы ҡарҙы көрәгән.
Азамат Мирзаев, зыян күреүсе баланың атаһы: «Хәүефле эш алып барыуына ҡарамаҫтан улар йорт тирәләй кәртә ҡуймаған. Ә бәләкәй бала унда барырға ярамағанлығын ҡайҙан белһен инде?! Хәҙер ул дауаханала. Табиптар улыма тағы ярты йыл гипста йөрөргә кәрәк буласаҡ ти».
Билдәле булыуынса, йорт эргәһендә халыҡты хәүеф тураһында киҫәтергә тейеш кеше лә булған. Тик ул ни сәбәп менәндер баланы күрмәй ҡала. Осраҡ буйынса Өфөнөң Дим районы прокуратураһы тикшереү алып бара. Тәфтишселәр ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу тураһында ҡарар сығарған да инде.  
Ә бына Инорс биҫтәһендә 4 йәшлек бала соҡорға төшөп киткән. Бәхеткә күрә, ул имгәнмәгән. Ә йәш әсә ярһыуын йәшерә алмай, ҡәһәрле соҡор Торлаҡ-файҙаланыу участкаһы эргәһендә генә.
Наталья Хәкимова, зыян күреүсе баланың әсәһ: «Мин шул тиклем ҡурҡҡайным. Балам  соҡорға төштө лә китте, ярҙамға саҡыра башланым. Йүгереп килеп еткән егеттәр соҡорға төшөп улымды сығарҙы. Әле мин был хәл өсөн яуаплыларҙы асыҡлай алмайым».
Шул уҡ ваҡытта идарасы компания соҡор өсөн улар яуап бирмәй тип бара. Әммә ләкин ойошма вәкилдәре ваҡиға урынына барып, соҡорҙо кәртәләгән. Ә һорау һәр осраҡта асыҡ ҡала. Бәлә балаларға ла, өлкәндәргә лә берҙәй янай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика