Һаҡһыҙлыҡмы,иғтибарһыҙлыҡмы - байрам көндәрендә янғындар күбәйгән

Һаҡһыҙлыҡмы,иғтибарһыҙлыҡмы - байрам көндәрендә янғындар күбәйгән 09.03.2015

Республиканың  ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дежур часы утыҙҙан ашыу шылтыратыу ҡабул иткән.

Ҡырмыҫҡалы районындағы янғында бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Яңы Ҡыйышҡы ауылындағы ағас йортто ялҡын ялмап ала. Янғын һүндереүселәр  утты һүндергәнсе өс сәғәт үтә. Көл-күмергә әйләнгән йорт эсендә  ир кәүҙәһе табыла. Фажиғә сәбәбе асыҡланмаған, фараз буйынса ул  ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан килеп сығыуы ихтимал.  Тәтешле районында ла ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Район үҙәгендәге  йортта ут сыҡты, бәхеткә һәләк булыусылар юҡ. Яңауыл районында мунса янып китә. Янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етеүгә ҡарамаҫтан, мунсанан бер нәмә лә ҡалмай. Шулай уҡ Ишембай, Мәләүез, Баймаҡ райондарында ла ҡыҙыл әтәс менән көрәшергә тура килгән.
Ә Өфөлә сит ил автомобиле янып киткән. Ғәҙәттән тыш хәл Пушкин урамында  була. «Шкода Октавия»  автомобилен иртәнге бишенсе ярты тирәһендә ут ялмап ала. Уны янғын һүндереүселәр ярты сәғәттә һүндерә. Тимер ат ярайһы ныҡ зыян күргән.  Сәбәбе әле асыҡланмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку