Аҡсаға - зачет

Аҡсаға - зачет 06.02.2018

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы Өфө дәүләт авиация техник университетының стандартлаштырыу һәм метрология кафедраһы доцентына ҡарата
енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 68 йәшлек доцент ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Тикшереү фараздары буйынса, уҡытыусы төркөм старостаһынан студенттарҙан 500-шәр һум күләмендә аҡса йыйыуҙарын һорай. Бының өсөн доцент «Метрология, стандартлаштырыу, сертификациялау» фәне буйынса зачет ҡуйырға вәғәҙәләй. Һөҙөмтәлә утыҙ бер студенттан 15 мең 500 һум аҡса алып, уҡыусыларының эштәрен тикшермәйенсә, бер ҡыйынлыҡһыҙ зачет ҡуя. Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса оператив-тикшереү эше алып барыла, уның һөҙөмтәләре буйынса тейешел процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Уҡытыусы бер нисә төркөм старосталарына аҡсаға зачет ҡуйырға тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта ришүәт алыу осрағы буйынса тикшереү эштәре бара, материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә ебәрелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку