Аҙна яңылыҡтары. Республиканың төрлө төбәктәренән йортобоҙ һыу аҫтында ҡалды, юлды йыуҙы, инде ни хәл итергә, тип видео-мөрәжәғәт ебәрәләр

Аҙна яңылыҡтары. Республиканың төрлө төбәктәренән йортобоҙ һыу аҫтында ҡалды, юлды йыуҙы, инде ни хәл итергә,  тип видео-мөрәжәғәт ебәрәләр 16.04.2017

Был яҙма беҙҙең ватцапҡа Әлшәй районынан  килде. Раевкала  тотош урам һыу эсендә ҡалған. Урындағы халыҡ һыу баҫыуҙы  дренаж системаһындағы етешһеҙлектәргә бәйләй. Урамдағы торбалар ҡар һыуҙарын ағыҙып өлгөрә алмай.

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы ла ҡар һыуҙарынан Венецияны хәтерләтә. Тик был хозурлыҡты күҙәтергә туристар ғына йөрөмәй. Хәйер, йорт хужалары үҙҙәре лә өйҙәрен ташлап ҡаса башлаған. Махсус улаҡтар сүп-сар, боҙ тығылыу сәбәпле, һыу кимәле күтәрелгәндән-күтәрелә.  
Баш ҡалабыҙ ҙа яҙ шуҡлыҡтарынан азат түгел. Ғөмүмән, Өфөлә  ҡар иреүе эҙһеҙ үтеүе мөмкин дә түгел. Дренаж системалары ҡала менән бергә үҫешмәгән. Хәҙер килеп даръя булып йыйылған күләүектәрҙе цистерналарға һурҙырып ситкә ташыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Һаран ике түләй тиҙәрме әле?
Йор күңелле беҙҙең халыҡ бындай күренештәрҙе  эләктереп алырға ғына тора. Ҡала урамдарында милли балыҡсылыҡ үҙенсәлектәрен күрһәтә башланылар. Тәүҙә Шишмә ҡасабаһы уртаһында  балыҡ ҡармаҡланылар. Ике ир балыҡ тотоу өсөн йылғаға барып тормаған. Күл хәҙер өй алдында ғына бит. Һуңынан был мәрәкәне Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр элеп алды. Улар ҙа кәмәгә ултырып тороп балыҡ ҡармаҡланы. Шул рәүешле улар йыл һайын барлыҡҡа килгән ваҡытлыса диңгеҙ проблемаһына иғтибар йәлеп итергә булған. Һәм әйтергә кәрәк, был алым үҙен аҡланы. Роликты федераль каналдарҙа ла ихлас күрһәттеләр.  Хәҙер инде ихатала балыҡ тотоу флешмобҡа әйләнде. Һуңғы балыҡсы Стәрлебаш районы Ҡарнай ауылынан. Фотонан күренеүенсә, трофей ҙур ғына, хатта, һыу эсендә үк киптереп сығарғандар.
Ысынында иһә, был күренештәр ҡар һыуҙары, гөрләүектәр генә. Көслө ташҡын май баштарында көтөлә, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар. Шулай ҙа әле үк бәләкәй йылғалар үҙенең барлығын белгертте. Хәйбуллала Таналыҡ йылғаһы ҡотора. Әле районда беҙҙең хәбәрселәр эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку