Аҙна яңылыҡтары. «Күк кит», «алһыу пони», «ерән төлкө»...

Аҙна яңылыҡтары. «Күк кит», «алһыу пони», «ерән төлкө»... 21.05.2017

Балалыҡты, әкиәт донъяһын ассоциациялаған был һүҙбәйләнештәр артында үлем ҡарауыллап тороуын бер кем дә уйлап та бирмәгәндер. Ә ғазраилдарға шул ғына кәрәк тә инде. Йәнһүрәт геройҙары ярҙамында улар балаларҙы упҡынға һөйрәй. Ғазраилдар... Социаль селтәрҙәрҙә  психикаһы нығынып та бөтмәгән балаларҙы үҙ-үҙен зыянларға мәжбүр итеп ултырыусыларҙы башҡа бер нисек тә атау мөмкин түгел. «Күк кит» төркөмдәре тирәләй шау-шыу тынып та өлгөрмәне был аҙнала ерән төлкө уйыны таралыуы тураһында ҡарауыл һалдылар. Ата-әсәләр, уҡытыусылар абайлап та өлгөрмәгән, ә яман сайттар бар мәктәптрҙе лә хәүефле урынға туплап та ҡуйған. «Ерән төлкө» балаларҙан нимә талап итә, хәйләкәр хайуан нисек алдай?

Бала саҡты уйынсыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Әммә хәҙер йәш быуынды ҡурсаҡ- машиналар менән генә әүрәтеп булмай шул. Уларҙы күберәк компьютерҙар ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн хатта, мәктәпкә бармаған кескәйҙәрҙең дә замана техникаларында оҫта эш итеүе бер кемдә лә ғәжәпләнеү тыуҙырмай. Ә бит балаларының интернетта ниндәй сайттарға инеүен, унда кемдәр менән аралышыуын ата-әсәләр белмәүе лә ихтимал.    
Был аҙнала «Бәйләнештә» селтәрендә «Күк кит» кеүек тағы ла бер төркөм ойошторолоуы тураһында хәбәр күптәрҙе хафаға һалды. Йәнәһе лә, «Ерән төлкө» фажиғәле хәлдәргә килтерә. Һәр хәлдә, Өфөлә йәшәүсе Анастасия Никифорова шулай тип иҫәпләй. Ҡатын-ҡыҙ осраҡлы рәүештә  алтынсы синыфта уҡыған ҡыҙының хәйләкәр йәнлек менән яҙышыуына иғтибарын йүнәлтә. Ентекләп һорау барышында уҡыусы бала админдар ҡуйған барлыҡ һынауҙарҙы ла түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.  
Был турала хәбәр таралыу менән белем усағында оператив рәүештә йыйылыш үткәрелә. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә   килеп тыуған мәсьәләне тамырынан бөтөрөү юлдарын эҙләй. Шулай уҡ балалар менән аралашыуға психологтар йәлеп ителә. Педагогтар билдәләүенсә, яңы төркөмдөң ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  уҡыусылар араһында киң таралып өлгөрөүе барыһын да хайран ҡалдыра. Хәйер, бындай хәл Өфөнөң башҡа мәктәптәре өсөн дә хас күренеш.    
«Ерән төлкө» тип аталған төркөм социаль селтәрҙә күптән түгел генә барлыҡҡа килгән. Шуға ҡарамаҫтан уның яҙылыусылары ике миллиондан ашып та киткән. Фотолар һәм видеояҙмалар ебәргән өсөн стикерҙар вәғәҙә итеүсе йәнлектең тәү ҡарашҡа әллә ни зыяны ла юҡ һымаҡ. Әммә  ул ҡуйған һынауҙар иртәме-һуңмы төҙәтә алмаҫлыҡ ҡурҡыныс хәлдәргә килтереүе ихтимал.    
Ҡайһы бер интернет ҡуланыусылар «Ерән төлкө»нө үлем төркөмдәрен ойоштороусы Филипп Будейкиндың эше тигән фаразда. Әле ил буйынса бындай сайттарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланған. Роскомнадзор көн һайын тиерлек 50, 70,  хатта унан да күберәк төркөмдө яба. Әммә яуыздар бер башлаған эштәрен туҡтатырға уйламай: фейк-биттәр булдырып тора, хештегтарын үҙгәртә. Уйын ысулын ҡулланып, яҙылыусыларҙы үҙ ауҙарына  ылыҡтырыуын дауам итәләр.
Киләсәктә Рәсәйҙә 14 йәше тулмағандар өсөн социаль селтәрҙәрҙең ябылыуы ихтимал. Ил парламентында әҙерләнгән закон проектына ярашлы,  һәм кемдең бер генә сәхифәһе булырға тейеш. Унда кешенең ысын исем-шәрифе һәм йәше күрһәтелә. Ялған мәғлүмәттәр өсөн 5 мең һумғаса штраф ҡаралған. Проект хупланһа, яңы закон киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку