Аҙна яңылыҡтары. Газ торбаларында баҫым күтәрелеүе арҡаһында был аҙнала тотош ауыл күккә оса яҙҙы 20.11.2016

Ҡырмыҫҡалы районының Салйығот ауылын был фажиғәнән ауылдаштарҙың үҙ уяулығы ғына аралап ҡалды. Шулай ҙа ике йорт янып көлгә әйләнде. Зыян күреүселәр урамда ҡалмаҫмы? Кем иҫәбенә йорт төҙөтөрҙәр?

Ғәли менән Хәнифә Әминевтарҙың йортоноң тик стеналары ғына тороп ҡалған. Ғүмер буйы йыйған мөлкәт һанаулы минут эсендә юҡҡа сыға. Хужаларҙы һыҙғырған тауыш менән газ еҫенә уяныуҙары ғына үлемдән аралай.
Бер үк ваҡытта ошо уҡ урамда тағы бер өй янған. Йорт хужаһы өйҙә булмай сыға, әйләнеп ҡайтыуына ҡара көйгән бүрәнәләр генә ҡала. Бер-нисә ғаиләнең зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған ҡоролмалары сафтан сыҡҡан. Әйткәндәй, ауылдаштар газға бәйле был тәүге осраҡ булмауын билдәләй. Ошондай уҡ хәл бынан өс йыл элек тә Салйығотта теркәлгән булған.
Был юлы хәл тағы ла аяныслыраҡ тамамланыуы ихтимал ине, ти ауыл халҡы.  Сөнки газдың бар йорттарҙа ла  сығыуы күҙәтелгән. Салйығоттарҙы оло бәләнән  бер-береһенә битараф ҡалмай, ярҙамға ашығыуҙары аралай. Газды бүлеү пунктындағы аварияның сәбәптәре һәр кемгә мәғлүм. Регуляторҙағы мембрананың шартлауы ҡоролманың эшлектән сығыуына килтергән. Һөҙөмтәлә газ баҫымы күтәрелгән.
Газүткәргестәрҙә баҫым күтәрелеп ғәҙәттән тыш хәлгә килтереү бер Ҡырмыҫҡалыла ғына түгел. Быйыл май айында Өфө районының Сергеевка һәм Ишембайҙың Ҡанаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә шулай уҡ газ еҫе тотҡонлоғонда ҡалғайны.
Октябрҙә Рязань өлкәһендәге газ шартлау һөҙөмтәһендә 13 кеше йәрәхәтләнде, 3 кеше һәләк булды. Ошондай уҡ хәл ноябрҙә Иванов өлкәһендә лә теркәлә. Фажиғәлә 6 кеше, шул иҫәптән 4 йәшлек бала газ ҡорбаны булды. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫәпкә алып, Дәүләт Думаһы депутаттары газ ҡоролмаларын дөрөҫ файҙаланыуға бәйле ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе.
Закон проекты шәхси йорттарҙағы газ ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау сифатһыҙ башҡарылғанда, шулай уҡ йортҡа газ хеҙмәте вәкилдәрен индермәү, газ ҡоролмаларын алмаштырыуҙан баш тартыу администравтив яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота. Депутаттар быға бәйле, 1 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы талап итә. Әгәр ҙә техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау ойошма тарафынан тәртип боҙоу теркәлгән осраҡта: хеҙмәткәрҙәргә 20, юридик шәхескә 400 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Владимир Горин, Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының күҙәтеү һәм профилактика эшмәкәрлеге идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Тотош Рәсәй буйынса теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтарға бәйле, республика төбәктәрендә махсус комиссия төҙөлдө. Эшсе төркөм ошо йылдың 30 ноябренә тиклем газға тоташтырылған һәр объекты ҡарап сығырға, тейешле баһа бирергә бурыслы. Һәр нәмә етди контролгә алынасаҡ. Рейд һөҙөмтәләре республика Хөкүмәте ултырышында барланасаҡ».
Йортта газ еҫе сыҡҡан хәлдә ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейешлеген һәр кем белә. Ябай, шулай ҙа ғүмер өсөн кәрәкле. Үҙ белдегең менән газ ҡоролмаларын төҙөкләндереү тыйыла.
Ҡырмыҫҡалы районының Салйығот ауылында теркәлгән осраҡ буйынса әле тикшереү тамамланмаған. Фажиғә сәбәптәре алдағы көндәрҙә асыҡланасаҡ. Газ хеҙмәте бындай бәрелештең булыуын алдан төҫмөрләп булмай тигән фекерҙә. Ә инде тап зәңгәр яғыулыҡтан зыян күргән ғаиләләргә килгәндә, улар тулы күләмдә матди ярҙам аласаҡ, кейем-һалымдан техник әйберҙәргә тиклемге юғалтыуҙың хаҡы тулыһынса ҡайтарыласағын белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика