АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Өфөнөң Зорге менән Халтурин урамдары киҫелешендәге 12 ҡатлы бинала янғын сығып бер  кешенең ғүмере өҙөлдө 02.10.2016

Өс кеше йәрәхәтләнгән, тиҫтәгә яҡыны төтөнгә ағыуланды. Тәүге фараздар буйынса, ут беренсе ҡатта урынлашҡан  ресторанда тоҡанған. Шаһиттар әйтеүенсә, бинаны  биҙәкләү эштәрендә газ ҡоролмаһы ҡулланылған. Эш барышында баллон шартлаған тигән фараз тикшерелә.

Шулай уҡ иретеп-йәбештереү ваҡытында осҡондан тоҡанған тигән фараз да бар. Янғындың тиҙ таралыуына төҙөлөштә шәп  яныусы көпләү материалдары ҡулланыу сәбәпсе. Ялҡын телдәре һә тигәнсе ҡыйыҡҡа тиклем күтәрелә. Һөҙөмтәлә өҫкө ҡаттарҙа эшләүсе тиҫтәгә яҡын кеше ут тотҡононда ҡала. Ҡотҡарыусылар уларҙы бейек баҫҡыстар ярҙамында эвакуациялай. Ялҡын ҡамауында ҡалған эшселәрҙең береһе дүртенсе ҡаттан ергә һикерергә мәжбүр булған. Табиптар уны ҡотҡара алманы. Төҙөлөштә башлыса  сит ил граждандары эшләгән. Уларҙың күбеһе Көньяҡ Корея вәкилдәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика