9 майҙа Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күргән Башҡортостан полицейскийҙарының хәле яҡшыра

9 майҙа Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күргән Башҡортостан полицейскийҙарының хәле яҡшыра 11.05.2016

Әлеге ваҡытта улар Чечен Республикаһы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығы медсанчасының госпиталенә урынлаштырылған. Яҡташтарыбыҙ бында тейешле медицина ярҙамы ала.  

Алдан хәбәр ителеүенсә,  дүшәмбе көн алты яҡташыбыҙ  ике террорсыны Грозный ҡалаһындағы контроль-үткәреү пункты аша Чечен Республикаһының баш ҡалаһына индермәй, юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтте. Террор ғәмәле ваҡытында  террорсыларҙың береһе үҙен-үҙе шартлатып өлгөрҙө, икенсеһе юҡ ителде. Әйткәндәй, Лайф-Ньюс агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн Чечен Республикаһының Грозный районында террорсылар Шамил Джанаралиев менән  Әхмәт Иналов йәшәгән йорттар янған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдә уларҙың туғандары зыян күрмәгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку