9 майҙа Башҡортостандан полиция хеҙмәткәрҙәре Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күрҙе

9 майҙа Башҡортостандан полиция хеҙмәткәрҙәре Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күрҙе 10.05.2016

Был турала бөгөн интернет-агентлыҡтар хәбәр итә. Грозный ҡалаһындағы контроль-үткәреү пунктындағы шартлау ваҡытында алты кеше йәрәхәтләнә, уларҙың икәүһе ауыр хәлдә. Терракттың видеояҙмаһы интернет селтәрендә сыҡҡан. Йөрәгенә ауыр алыусыларҙың был кадрҙарҙы ҡарамауын үтенәбеҙ.

Тәртип һаҡсылары яуыз ниәт менән юлланыусыларҙы Чечен Республикаһының баш ҡалаһына индермәй. Шартлау  үҙен-үҙе үлтереүсе террорсыларҙың береһенән сыға, уларҙың икенсеһе юҡ ителә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был көндө тәртип һағында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан командировкаға ебәрелгән полиция отряды тора.
Грозный ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһынан хәбәр  итеүҙәренсә,  зыян күреүселәрҙең хәле тотороҡло ҡала. Әле улар үҙ аңына килгән, һөйләшә башлағандар. Полиция хеҙмәткәрҙәренең ғүмерҙәренә хәүеф янамай, тип белдерә баш табип. Беҙҙең хәбәрселәр зыян күреүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең береһе менән бәйләнешкә сыға алды.
Полиция хеҙмәткәрҙәре махсуслашҡан дауалау учреждениеларына күсерелеү менән уларҙы туғандары барып күрә аласаҡ. Әле зыян күреүселәрҙең яҡындарына  психологтар  ярҙам күрһәтә. Республика буйынса Эске эштәр министры генерал-лейтенант Михаил Закомалдин Чечен республикаһына юғары тәжрибәле медицина белгестәре ебәрергә ҡарар итте.
Максим Родионов, республика буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе:  «Беҙҙең белгестәр барып тикшергәс зыян күреүселәрҙе ведомство дауаханаһына күсереү ихтималлығы хәл ителәсәк. Министрлытың медицина учреждениеһына күсерелгәс кенә уларҙың туғандарына барып күреү мөмкинлеге биреләсәк. Әле Чечен республикаһы табиптары зыян күреүселәрҙең хәлен тотороҡло һәм ғүмеренә хәүеф янамай тип билдәләй».
Михаил Закомалдин үҙ ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри тәжрибәһенә лә баһа бирҙе. Башҡортостан егеттәре хеҙмәт ваҡытында уяулыҡ һәм юғары һөнәр оҫталығы күрһәтте. Ҡатмарлы шарттарҙа аңлы эш итеп урында йәшәүселәрҙең ғүмеренә хәүеф килтермәне, тине  полицияның генерал-лейтенанты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку