25 мартта Ауырғазы районы ауылдарының береһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

25 мартта Ауырғазы районы ауылдарының береһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән 27.03.2015

Ҡунаҡҡа килгән 7 йәшлек ҡыҙ электр утынан һуғылып һәләк була.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, бала ноутбукта уйнаған ваҡытта зарядка ҡоролмаһын ауыҙына тыға.  Шунда уҡ һәләк булған ейәнсәрен иң беренсе олатаһы күреп ҡала. Өләсәһе был мәлдә туғандарында була.  Әле бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәре асыҡлана, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Миәкә районының Рассвет ауылында сыҡҡан янғында 6 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Фажиғә баланың ут менән шаярыуы арҡаһында сығыуы ихтимал. Өйҙә бер үҙе ҡалған малай шырпы менән уйнағанда диванға ут тоҡана. Сабый ҡурҡышынан икенсе бүлмәгә йәшенә. Уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку