2 июлдә «Башҡортостан һауа юлдары» самолеты пассажирҙарының Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәлә һәләк булыуына 15 йыл тула 30.06.2017

Һәләкәттә сит илгә ялға осоусы һәләтле балаларҙың, уларҙы оҙатыусы ата-әсәләр һәм тәрбиәселәрҙең, тәжрибәле экипаждың - барлығы 71 кешенең ғүмере өҙөлдө. Матәм датаһына бәйле, республика һәләк булыусыларҙың туғандарының Германияға сәфәрен ойоштора. Бөгөн «Өфө» аэропортынан тәүге рейс Юберлинген ҡалаһына юлланды.

Балалар ялға Испанияға осорға тейеш була. Рейстың тәүҙә кисектерелеүе, һуңынан уларҙы бөтөнләй икенсе аэропортҡа алып барыуҙары хәүеф тураһында, гүйә, алдан иҫкәртә. 1 июлдән 2-һенә ҡарай төндә теркәлгән бәрелеш 52 баланың, борттағы барлыҡ пассажирҙарҙың һәм экипаждың ғүмерен өҙә. Самолет ҡалдыҡтары Юберлинген ҡалаһында урынлашҡан балалар интернатынан бер нисә метр алыҫлыҡта төшә. Һәләкәттән һуң ике көн үткәс ата-әсәләр  тәүге рейс менән Германияға килә. Йән өшөткөс күренеште улар ауыр кисерә. Фажиғә, уртаҡ ҡайғы бөтөнләй сит кешеләрҙе, дин, милләттәрҙе берләштерҙе. Тотош илде тетрәткән фажиғә  йөрәктәргә уңалмаҫ яра һалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика