11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыусы енәйәтсене эҙләү дауам итә

11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыусы енәйәтсене эҙләү дауам итә 22.09.2015

Тәфтишселәр әле һәр төрлө  версияны ла тикшерә. Ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау менән ғәйепләнеүселәр кәмейәсәк. Виолетта Токарчук кисә мәктәпкә китеп барғанында ғәйеп булғайны. Уның юғалғанын ҡаршы алырға барған әсәһе генә белеп ҡала. Кискә табан ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе белем усағынан йыраҡ түгел гараждар араһында табылды.

Йомшаҡ уйынсыҡтар,сәскәләр, май шәмдәре. Виолеттаның йәнһеҙ кәүҙәһе табылған ерҙән бөгөн кеше өҙөлмәй. Ҡыҙҙың класташтары ла әхирәттәренең юҡлығына һаман ышанып бөтә алмай.  Илгәҙәк, изге күңелле һәм аралашыусан кеше ине, ти Виолеттаның тиҫтерҙәре.
Алина Ғилманова, Өфө ҡалаһының 96-сы лицей уҡыусыһы: «Бигерәк изге күңелле ине. Тыныс булды, береһе менән дә низағлашып йөрөмәне. Беҙ унан өлкәнерәк класта уҡыһаҡ та уның менән яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ. Кешеләр менән аралашырға яратты».
Тап кеше менән аралашырға яратыуы ла ҡыҙҙың яҙмышын хәл иткәндер ҙә. Тәфтишселәр мәктәпкә китеп барған Виолеттаны таныш кеше туҡтатҡан, тигән фаразды ла тикшерә. Кире осраҡта ҡысҡырған тауыштар ишетелер ине, ти улар.
Виолеттаның кәүҙәһе табылған гараждарҙа велосипед прокатлау ойошторолған. Унда эшләүсе егеттәр ҙә бер нимә ишетмәүен белдерә. Улар ҡыҙҙы эҙләү һәм табыу мәленә генә шаһит булған.
Егеттәр әйтеүенсә, был ихаталар ҡала үҙәге булыуға ҡарамаҫтан,  балалар иркенләп йөрөрлөк түгел. Гараждар араһында яман юлға баҫыусылар  осрап тора.  
Шулай ҙа сәйер кешеләрҙең тойолғаны юҡ , ти егеттәр . Эскеселәр, наркотик ҡулланыусылар бар, әммә уларҙы бар халыҡ танып бөткән .Улар фекеренсә, енәйәтсе ситтән килгән .  Тәфтишселәр иһә төрлө версияларҙы ла тикшерә. Ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен асыҡлағас ғәйепләнеүселәр төҫмөрләнәсәк, ти улар. Виолеттаның ғүмерен ҡыйыр алдынан мәсхәрәләгәндәр, туҡмағандар тигән фаразды полиция иҫбатламай. Ҡулында бер нисә урында һыҙырылған ерҙәр барлығын ғына ысынбарлыҡҡа тап килә, ти улар.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Әлегә аныҡ ҡына ғәйепләнеүсе юҡ. Суд медицинаһы экспертизаһынан һуң фараздар күпкә кәмейәсәк. Тәүҙә ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Әлегә уның ҡулында һыҙырылған ерҙәр барлығы ғына билдәле. Тәфтишселәр яҡында йәшәүсе халыҡты уяу булырға һәм әҙ генә мәғлүмәт булһа ла полицияға мөрәжәғәт итергә өндәй».
Ҡыҙ уҡыған мәктәпкә әле ситтәрҙе индермәйҙәр. Белем усағында ла тикшереү эштәре бара. Урамда иһә ата-әсәләр үҙ йыйынын ойошторған. Ҡот осҡос ваҡиға береһен дә битараф ҡалдырмаған.
Нисек кенә булмаһын ҡыҙҙы хәҙер  кире ҡайтарып булмай. Белгестәр быны балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһындағы тотҡарлыҡтар , тип иҫәпләй. Баш ҡала мәктәптәрендә ашығыс йыйылыштар ойошторола. Ата-әсә, уҡыусы һәм педагогтар араһындағы бәйләнеште урынлаштырыу буйынса эш башланды.
Милана Скоробогатова, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле: «Бала дәрескә килмәйәсәген хәбәр итмәйенсә юғала икән, уҡытыусылар ата-әсәләргә шылтыратырға тейеш . Был осраҡта дәрестәр тамамланғанға тиклем, ҡыҙҙың ҡайҙалығы береһен дә борсомаған. Шулай ҙа тәү сиратта үҙ балаһы өсөн ата-әсә яуаплы. Ә ҡыҙҙың әсәһе  иһә иртән ярты юлға тиклем генә оҙатҡан.  Был тотош системаның ҡаҡшауы һәм уны заман талаптарына яраҡлаштырып ҡайтанан ҡороу талап ителә. Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең бурыстарын билдәләүсе аныҡ регламент кәрәк».
Был ваҡиға йәмәғәтселекте шомға һалды. Интернеттта, социаль селтәрҙәрҙәге имеш-мимештәр ҙә хәлде ҡуйырта ғына. Тәфтишселәр әйтеүенсә, маньяк барлыҡҡа килеүе, балаларҙы үлтереүсе енәйәтселәр төркөмө йөрөй тигән хәбәрҙәр төптө дөрөҫ түгел. Был ни бары кемдәрҙеңдер ваҡиғаны үҙ мәнфәғәтенә файҙаланып ҡалыу сараһы ғына.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика