11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнгән Александр Валеткин үҙ ғәйебен таныны 26.09.2015

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты тарафынан уға ике ауыр статья  - «бәләкәй баланы көсләү» һәм «үлтереү» буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Бер нисә йыл элек кенә төрмәнән иреккә сыҡҡан ир суд эшмәкәрлеге, ҡул бығауы менән яҡшы таныш.  Быға тиклем дә оҡшаш статья буйынса рәшәткә артында ултырған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кесе йома оператив эҙләү саралары барышында ул Үҙәк баҙарҙың йәмәғәт транспорты туҡталышында ҡулға алынды. Енәйәт урыны ла яҡында ғына, ни бары биш минут алыҫлыҡта була.

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 21 сентябрь иртәһендә Өфө ҡалаһында йәшәүсе 35 йәшлек  Александр Валеткин енәйәт урынында шәхси эштәре менән йөрөй. Мәктәпкә китеп барған Виолетта Токарчук ҡаршыһына осрағас, уға ташлана. Ир ҡыҙҙың битен ҡулы менән ҡаплап, тимер гараждар араһына алып китә һәм көсләй. Яуаплылыҡтан ҡасыу маҡсатында, баланы быуып үлтерә. Кисә кис Виолеттаның  кәүҙәһе табылған урында кескәйҙең туғандары, дуҫтары ла йыйылды. Улар барыһы ла ғүмер ҡыйыусыға ҡаты хөкөм ҡарары сығарылырына инана.
Ғүмерлеккә хөкөм ителмәҫ тә инде... Статьялар ҡәтғи булыуына ҡарамаҫтан, ышанмайым. Ни өсөн уға ҡаты яза алдағы ошоға уҡ оҡшаш енәйәт эштәрендә бирелмәгән?! Бындай кешеләрҙе рәшәткә артынан сығарыу дөрөҫ түгел.
Ҡала хакимиәте ҡушыуы буйынса, хәҙер мәктәп янында урынлашҡан гараждарҙы һүтеү, икенсе урынға күсереү мәсьәләһе хәл ителә. Был эш енәйәт урынында һәм башҡа биләмәләрҙә лә йәнләнде. Белем биреү учреждениелары вәкилдәре лә был яңылыҡты хуплап сыҡҡан.
Рәүфә Ҡорбанова, Өфөнөң 93-сө гимназияһы директоры урынбаҫары: «Сөнки мәктәп биләмәһенә яҡын булған ерҙә гараждар урынлашырға тейеш түгел. Улар араһына иртән, ҡараңғы ваҡытта, кисен ваҡытта төрлө асоциаль тормош алып барған кешеләр йыйыла. Улар балаларға һәм ата-әсәләргә хәүеф тыуҙыра».
Өфөнөң Совет районында ғына 5 мең 500-ҙән ашыу ошондай объект иҫәпләнә, уларҙың яртыһы  ихата алдарына яҡын ҡуйылған. Был эштә иң ауыры - гараж хужаларын асыҡлау тип билдәләй ҡаланың төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы вәкилдәре.
Белдереү ҡағыҙынан һуң законһыҙ урынлаштырылған гараждар икенсе урынға күсерелмәһә, объекттар штраф туҡталҡаһына оҙатыласаҡ. Хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатында ойошторолған эшмәкәрлек ыңғай һөҙөмтә бирер тигән ышаныс бар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика