Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 14 янғын теркәлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 14 янғын теркәлгән 11.12.2015

Утта ике кешенең  ғүмере өҙөлгән. Үткән төндә Өфөнөң Яңы күпер урамындағы янғында  дүрт кеше һәләк булған. Уларҙың икеһе бәлиғ булмаған балалар.

Үткән төндә баш ҡаланың Яңы күпер урамында шәхси йортта янғын сыға. Сәғәт ун икенсе яртыла Семеновтарҙың үҙ көсө менән төҙөгән йорто янып китә. Янғында дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Елена  һәм Василий Семеновтар менән бергә уларҙың  ун йәшлек улдары, өс йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған.  Күршеләре әйтеүенсә, янғын электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында сыҡҡан.  
Янғын һүндереү хеҙмәтенә Яңы күпер урамынан  борсоулы сигнал барып етеү менән ҡотҡарыусылар хәүефле нөктәгә юллана. Янғын һүндереүселәр таңғы сәғәт дүрттәрҙә тотош йортто ялмап алған утты  тулыһынса туҡтата. Күрше йортта йәшәүсе Семеновтарҙың атаһы Виктор Васильевич ҡыҙыл әтәсте телевизор ҡарап ултырғанда күреп ҡала.
Виктор Семенов, янғын шаһиты: «Тәҙрәгә яҡын килгәндә, бүлмәләрҙе янғын солғап алғайны инде. Уларҙы  уятып ҡараным. Әммә янғын көслө ине. Тәҙрәне ярҙым. Тышҡа һикерегеҙ тинем. Ләкин берәү ҙә сыға алманы».
Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, йылытыусы электр приборҙарын һүндермәй китеү, электр
Алина Ғәниева, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Яңы күпер урамындағы янғынды һүндереүгә ҡотҡарыусылар хеҙмәте тиҙ арала килеп етте. Унда егерме бер кеше һәм  һигеҙ  берәмек техника ҡатнашты. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғындарҙың 80 проценты шәхси йорттарҙа күҙәтелә. Бәхетһеҙлектәр булмаһын өсөн халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ».
Яңы күпер урамындағы 58-се йорттан кеше өҙөлмәй. Семеновтарҙың яҡындары һәм туғандарына бер юлы дүрт кешенең үлеме-ауыр юғалтыу.
Елена менән Василий Семеновтар был йортто биш йыл элек төҙөп сыҡҡан. Электр сымдарын хужа үҙе һуҙған. Йорт хужаһы электрик һөнәренә уҡыған булған. 10 декабрь төнгө ун икенсе яртыла сыҡҡан янғын дүрт  кешенең ғүмерен өҙә .

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика