«Өфө» аэропортында Сочиға осорға тейеш самолет бер сәғәт дауамында һауаға күтәрелә алмай

«Өфө» аэропортында Сочиға осорға тейеш самолет бер сәғәт дауамында һауаға күтәрелә алмай 20.06.2016

Ҡара диңгеҙ буйына йыйынған 240-тан ашыу пассажир әлеге ваҡытта   көтөү залында ултырырға мәжбүр. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, суднолағы етешһеҙлектәр гидросистема ҡоролмаһында  асыҡлана. Көндөҙгө сәғәт дүрттән алып бында ремонт эштәре бара. Әммә кешеләр ватылған «Боинг»ҡа ултырыуҙан ҡәтғи рәүештә баш тарта. Аваиакомпания етәкселегенә яҙылған коллектив хатта улар самолетты алмаштырыуҙы һорай. Туристар үҙҙәренең һәм балалаларың ғүмере өсөн борсола.

Өфө-Сочи рейсын хеҙмәтләндереүсе Рәсәй авиакомпанияһына ҡарата пассажирҙарҙың йыш ҡына дәғүәләр белдереүе билдәле. Мәҫәлән, бөгөн  тағы ла Омск аэропортынан  Тунисҡа осорға тейеш булған пассажирҙар ҙа аңлашылмаған ҡаршылыҡтарға тарыған.  Улар судноны  15 сәғәт буйына көтөргә мәжбүр булған.  Шулай уҡ Таиланда ял итеүсе Екатеринбург туристары ике тәүлек үткәндән һуң ғына бөгөн өйҙәренә ҡайта алды. Өфө рейсы менән килеп тыуған етешһеҙлек сәбәптәренә авикомпания вәкилдәре аныҡ ҡына яуап бирә алманы.  
Һуңғы мәғлүмәт буйынса, әле пассажирҙар ҡунаҡханаға урынлаштырылған. Төҙөкләндереләсәк самолет иртәгә  иртәнге сәғәт 11-ҙә  һауаға күтәрелер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку