Бөгөн иртән Нуриман районында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Бөгөн иртән Нуриман районында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 13.12.2014

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары биргән  мәғлүмәттәргә ярашлы,  «Лада Калина» менән идара итеүсе 24 йәшлек  водитель йөк автомобилен уҙған ваҡытта ҡаршығы килеүсе 99-сы модель  ВАЗ менән бәрелешә.

Ҡорбандарҙан бәхетле осраҡ аралай. Шулай ҙа ике кеше медицина ярҙамы һорап дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, ике транспорт сараһы ла ныҡ ҡына зыян күргән.  
Бер көн алда Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән аварияла бер кеше һәләк булды, икенсеһе дауаханаға оҙатылған. Видеоҡоролмаға төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, юл ситенән китеп барған  ике йәйәүле  ирҙе   юғары тиҙлектә килеүсе ВАЗ автомобиле  төкөй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә тарыусылар эскән була.  Шулай уҡ водителдең дә иҫерек булыуы ихтимал. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку