Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында «арыҫлан»дай батырҙар тәрбиәләнә 11.01.2016

Урында милли көрәш түңәрәге ҡышҡы каникулда ла ғәҙәти режим буйынса эшләй. Дәрестәрҙе тренер Валерий Зөлҡәрнәев алып бара.

Көрәш түңәрәгенә йөрөүселәр икегә бүленеп, ҡул көсөн һынап ҡарар алдынан оҙайлы күнекмәләр эшләй. Башта егерме минут тирәһе йүгерергә кәрәк, артабан малай-ҡыҙҙар һикереп тә алалар, баштүбән дә торалар, тәгәрмәс кеүек тә әйләнәләр. Тренер бер сәғәттәй ваҡытты физик йөкләмәләрҙе үтәүгә бүлә.
Рамаҙан Вәлиуллин бында яңы ғына йөрөй башлағанға күрә, әлегә берҙе лә көрәшеп ҡарамаған. Ә бына ҡыҙҙар үҙ көсөн яҡшы белә. Араларында милли спорт төрө менән өсөнсө йыл шөғөлләнеүселәр ҙә бар.
Арыҫлан ауылы урта мәктәбендә ойошторолған көрәш түңәрәгенә күрше ауылдарҙан да ҡыйыу малай-ҡыҙҙар йөрөй. Аҙнаһына биш тапҡыр ойошторолған көсөргәнешле дәрестәр ике сәғәт дауам итә. Самат Ҡазыханов  спорт төрө менән алтынсы йыл шөғөллөнә. Үҫмер республика, район күләмендә ойошторолған ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яулаған. «Келәмдә тырыш һәм сәмлеләргә генә бәхет йылмая»- ти ул.
Ҡыйғы районында милли көрәште үҫтереүҙә тренер Валерий Зөлҡәрнәевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Үҫмерҙәрҙе был спорт төрөнә ылыҡтырыу еңелдән түгел. Уҡыусыларҙың теләгенән тыш, ата-әсәләрҙең дә ризалығы кәрәк»,-ти ул. Күптәр түңәрәккә бер-ике көн йөрөй ҙә туҡтай. Әлегә бында ныҡышмал һәм ҡурҡыу белмәҫ ҡырҡҡа яҡын үҫмер шөғөлләнә.
Мәктәп стенаһын көрәш буйынса ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүселәрҙең  фотоһүрәттәре лә биҙәй. Чемпиондар араһында Валерий Зөлҡәрнәевтың ике улы ла бар. Улар белем усағын инде күптән тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала. Үҫмерҙәр уларҙан өлгө алып, тағы ла сәмләнеп көрәшә.
Тренерҙың кинйә улы Артур яңыраҡ тағы ла Мари Эль Республикаһынан еңеү менән ҡайтҡан. Донъя чемпионы исемен егет 2012 йылда Бразилияла яулай. Хәҙер миҙал, кубоктарын һанап сығырлыҡ та түгел. Атаһы йорттарында улдарының еңеүҙәр мөйөшөн дә эшләп ҡуя.
Валерий Зөлҡәрнәев, ысынлап та, бәхетле атай ғына түгел, уңған тренер ҙа. Милли көрәш буйынса оло еңеүҙәр яулаған улдары Артур менән Вадим хәҙер республикаға билдәле спортсылар. Улар үҫеп килгән быуынды ла сәләмәт тормош алып барырға, физик яҡтан сынығырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика