Йондоҙ менән иртәнге күнекмә

Йондоҙ менән иртәнге күнекмә 26.06.2014

Мотоуҙыш буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников өфөлөләр өсөн физик күнекмә уҙғарҙы. Йәштәр һәм Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған сарала файҙалы күнегеүҙәрҙе спортсы үҙе күрһәтте.

Мотоуҙыш буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников өфөлөләр өсөн физик күнекмә уҙғарҙы. Йәштәр һәм Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған сарала файҙалы күнегеүҙәрҙе спортсы үҙе күрһәтте.

Эшкә барышлай зарядка. Күнегеүҙәр ауыр түгел, әммә файҙалы, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Тәнде йылытыуға ни бары бер нисә минут талап ителә. Ә күренекле спортсыларҙың күнекмәләренә көн һайын йөрөп булмай. Мотоуҙыш буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красниковты күптәр боҙ юлында ғына күрә.
Мотоуҙышта башҡа спорт төрөндәге кеүек үк физик көс - уңыш нигеҙе. Бында юғары тиҙлектә текә боролоштар яһағанда, үҙең менән генә түгел, мотоцикл менән дә идара итеү кәрәк.
Николай Красников, мотоуҙыш буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы: «Беҙгә бындай сараларҙа ҡатнашыу ныҡ оҡшай. Улар йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәй».
Һикереүҙәр, тәнде йылытыу күнегеүҙәре - күренекле уҙышсы флешмобта ҡатнашыусыларҙы йәнләндереп ебәрҙе. Йәштәргә ветерандар ҙа ҡушылды.
Ни бары 15 минут. Иртәнге күнекмәгә тап ошо сама ваҡыт кәрәк, ти спортсылар. Иң мөһиме - башларға, һуңынан яҡшы һөҙөмтәгә лә ирешергә мөмкин.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку