Яңы йылға - яңы парк 24.12.2016

Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылында йәшәүсе Гөлшат Усманова «ҠалаТау» тип аталған ял итеү урынын асҡан.

Гөлшат Усманова егерме биш йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуға ҡарамаҫтан һаман да уҡыусылары менән, тик парта артында түгел, ә тауҙа... Ханым ауылда балалар өсөн ял итеү урындары булмауын уйлап, өс йыл элек малай-ҡыҙҙар өсөн парк асырға ниәт итә. Быйыл ул ниһайәт, хыялын тормошҡа ашыра.
Яңы майҙансыҡҡа айырыуса балалар шатлана. Сөнки быға тиклем ауылда ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла ял итеү өсөн бындай мөмкинлек булмай. Шуғалыр ҙа парк асылыуға аҙна тирәһе генә булһа ла, ял итеүселәр һаны йөҙҙән ашҡан.
Ял һәм күңел асыу урыны ҡаланыҡыларҙан һис тә кәм түгел. Паркты ауыл халҡы - Яңы йыл бүләге итеп ҡабул иткән. Хәҙер улар ғаиләләре менән башҡорт тирмәһендә сәй эсеп, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итә ала.
Урындағы халыҡҡа саф һауала ял итеү өсөн әллә ҡайҙа барып йөрөйһө түгел. Бында саңғыла йөрөргә, тюбингта шыуырға була. Ойошторусылар әйтеүенсә, Ҡалатау итәге тап ошо спорт төрҙәре өсөн уңайлы.
Ҡалатау тарихи урын. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Өфө ҡалаһын төҙөү өсөн  ошо урын да ҡаралған булған. Ул ғына ла түгел, 90-сы йылдарҙа ата-балалары тамырҙарын эҙләп, атлы экспедиция менән килгән венгрҙар, ҡаҙыныу эштәре алып барған. Ойоштороусылар, парктың киләсәге өмөтлө булырына ышана, йәйгеһен ҡымыҙ бешеп, экскурсиялар үткәреп, сит ил туристарын да йәлеп итмәкселәр.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика